

Тыуған иленә, кесе Ватанына хеҙмәт итеүҙе үҙ бурысы итеп һанаған, эшен бар күңелен һалып башҡарған, яҡташтары араһында ихтирам ҡаҙанған, үҙе лә олоһо, кесеһенә хөрмәт менән ҡараған кешеләр була.
Райондың Иштуған ауыл биләмәһе башлығы Ринат Әлмөхәмәтов та шундай кешеләрҙең береһе. Иштуған, Һыртлан ауылдары, Һирәт һәм Березовский хуторҙары халҡын ҙур һәм татыу бер ғаиләгә туплап, биләмәнең «тын алышын» тойоп йәшәгән һәм эшләгән етәксе был вазифаға 2019 йылда тәғәйенләнә.
Бөгөн биләмә нисек йәшәй? Унда ниндәй эштәр башҡарыла? Иштуғандар киләсәккә ниндәй маҡсаттар билдәләй икән? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Ринат Рафиҡ улынан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.
- Бөгөн Иштуған ауыл биләмәһендә бөтәһе 653 кеше йәшәй. Уның күбеһен 40-тан 70 йәшкә тиклемге йәштәгеләр тәшкил итә. Беҙҙә почта, 2 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 2 магазин, китапхана һәм 2 мәҙәни үҙәк эшләй.
Халыҡтың сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуында социаль әһәмиәткә эйә объекттарҙың да роле ҙур. Сөнки һәр кем буш ваҡытында күңеленә яҡын шөғөл таба.
Ауылда бынан бер нисә йыл элек ҡалҡып сыҡҡан иман йорто ла ҙур әһәмиәткә эйә. Дин юлына баҫа башлаған, сәләмәт тормош алып барғандарҙың артыуы ҡыуандыра.
Тормошҡа айыҡ ҡараш һәм сәләмәт мөнәсәбәт менән ҡарарға әйҙәгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында икенсе урын яуланыҡ.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Шәжәрә» һәм башҡа байрамдарҙы үткәреү ҙә биләмәлә йәшәүселәрҙе быуындар бәйләнешен юғалтмауға, атай-олатайҙар аманаты булған мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелә. Бөтә сараларға ла МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ғаиләләрен саҡырабыҙ.
Ауыл биләмәһендә «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы буйынса ла күп эш башҡарылды. Иштуғандар төрлө программа, конкурстарҙы дәррәү күтәреп ала. Зыяраттарҙы төҙөкләндереү эшен дә берҙәмлек һәм дөйөм тырышлыҡ менән башҡарабыҙ.
Тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә, заманса шарттар булдырыуға йүнәлтелгән «Атайсал» проекты ла уңышлы эшләй. Беҙҙә уның сиктәрендә байтаҡ әһәмиәтле проект бойомға ашырылды. Үҙ төйәге яҙмышына битараф булмағандар ярҙамы менән төрлө сара, байрамдар үткәрелә.
Тыуған ауылына, йәшәгән еренә ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән яҡташтар ҙа бар. Фермер Т.Ю. Ханнанов үҫемлекселек менән шөғөлләнә, пай ерҙәрен эшкәртә. Ул даими рәүештә саралар үткәреүҙә һәм инициативалы бюджетлау проекттарында спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтә. Шулай уҡ С.Г. Колесников һыу карьерҙарын ҡуртымға ала, туризм менән шөғөлләнә. Төрлө саралар үткәргәндә уның да ярҙамын тоябыҙ , - тип һөйләй Ринат Рафиҡ улы.
Белеүебеҙсә, биләмәлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүсе «Изгелек» һәм «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәнлек төркөмдәре эшләй.
Ринат Рафиҡ улы әйтеүенсә, Иштуған ауыл биләмәһе хакимиәте яугир ғаиләләренә хужалыҡ эштәре башҡарыу өсөн транспорт бүлә.
Эш сәфәре менән Һыртлан, Иштуған ауылдарына сыҡҡанда, ундағы таҙалыҡҡа, тәртипкә иғтибар итмәй ҡалмайбыҙ. Халыҡ «Таҙа йома», «Йәшел Башҡортостан» өмәләрендә, «Таҙа яр» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Биләмәлә юлдар төҙөкләндереүгә лә иғтибар бирелә.
- Киләсәккә билдәләнгән иң төп маҡсат - МХО яугирҙәрен хәстәрләү. Йәшәгән ауылдарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы, урамдарҙы тәртипкә килтереү һәм мөһим программаларҙа ҡатнашыу ҙа беҙҙең бурыс, - ти биләмә башлығы.
Тамырҙары менән ошо ергә береккән, халыҡ менән уртаҡ тел табып эшләгән биләмә башлығын иштуғандар башҡарған эше өсөн генә түгел, матур кешелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итә.
Һәр кемдең фекеренә ҡолаҡ һалып, мөрәжәғәтен иғтибарға алып, ярҙам күрһәтергә әҙер торған, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән яҡташтары араһында хөрмәт яулаған етәксе күптәрҙә һоҡланыу уята.
Автор фотоһы.