

Сараны асыу тантанаһында БР Спорт министрлығының физик культура һәм адаптив спорт бүлеге начальнигы Андрей Григорьев, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олеся Рыпинская ҡатнашты. Улар спорт байрамында ҡатнашыусыларға һәм сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткән спорнсорҙарға төрлө кимәлдәге награда тапшырҙы.
Ике көн дауам иткән спорт сараһында бөтәһе 18 команда ҡатнаша.
Бөгөн, спорт сараһының икенсе көнөндә, ҡаланың яңыртылған «Спартак» стадионында еңел атлетика буйынса ярыш ойошторолдо.
Өҫтәл теннисы, пневматик ҡоралдан атыу буйынса ярыштар ҙа бөгөн үтә. Иң яҡшы йөҙөүселәр спорт һарайының реконструкцияланған бассейнында йөҙөү барышында асыҡлана.
Спортсыларҙы сәмле уйынға һәм еңеүгә дәртләндереүсе, көс-ҡеүәт биреүсе көйәрмәндәр ҙә байтаҡ.
Сарала ҡатнашыусы хаҡлы ялдағы спортсылар бер-береһе менән танышып, ихлас аралаша, үҙ тәьҫораты менән уртаҡлаша, бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшә.
Улар барыһы ла мәләүездәрҙең ҡунаҡсыллығын, ҡалала спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булыуын билдәләй.
Бөгөн спартакиаданы йомғаҡлау сараһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Һөҙөмтәләр менән гәиттең киләһе һанында таныштырырбыҙ.
Автор фотолары.