

Ғөмүмән, форумда яңғыраған сығыштарҙың барыһында ла һүҙ берҙәмлек, ойошҡанлыҡ, татыулыҡ тураһында барҙы, сөнки бөтәһенең дә алдында бөгөн бер бурыс – Еңеүҙе яҡынайтыу, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Башҡортостан татарҙары конгресы етәксеһе Заһир Хәкимов, Богородице-Ҡазан ҡорамы протоиерейы Владимир Семавин, Мәләүез ҡалаһы йәмиғ мәсете вәкиле Тимур Хисамов, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ләйсән Йәмилева, райондың урыҫтар соборы етәксеһе Юрий Зайцев, башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләлә Рафиҡова, татарҙар конгресы рәйесе Лилиә Камалова, татарҙар автономияһы етәксеһе Рөстәм Якиев, сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Сергей Ямщиковтарҙың докладтарында төрлө телдәр, биҙәктәр, байрамдар, йолалар бер майҙанда осрашып, дуҫлыҡ моңо булып яңғыраны.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы социаль координаторҙары Альбина Арыҫланова һәм Ләйсән Мәхмүтова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булдырылған ярҙам сараларының камиллашыуы, район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр хәрәкәте менән хеҙмәттәшлек тураһында бәйән итте.
Форумда төбәк тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән яҡташтар Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
«Берҙәмлек көсө» - был бик көслө һүҙҙәр. Район халҡының берҙәмлеге - уның иң ҙур байлығы. Бындай саралар халыҡты берләштерә, мәҙәни аңлашыуҙы нығыта һәм райондың алға китеүенә ыңғай йоғонто яһай. Уның тап шулай икәнлеген форум башланыр алдынан башҡорт, сыуаш, татар, урыҫ милли төркөмдәре әҙерләгән күргәҙмә лә иҫбатланы: биҙәкле кейемдәр, ҡул эштәре, халыҡ уйындары, йыр-моң – бөтәһе бергә бай һәм матур күренеш булды һәм район халҡының дөйөм кәйефен күрһәтте.