

Бөгөн ҡаланың үҙәк майҙаны гөл-сәскәгә күмелде. Унда йылдың иң сағыу, иң күркәм сараларының береһе - "Сәскә байрамы" үтте. Үҙәк майҙанды күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән йыйылған гөлләмәләр биҙәне, көҙгө муллыҡ – баҡса йәшелсә - емештәре байрамға йәм өҫтәне. Сарала район-ҡала белем биреү учреждениелары, балалар баҡсалары, ойошма һәм предприятиелар коллективтары үҙ композицияларын тәҡдим итте. Уларҙың ижад емештәрен махсус комиссия вәкилдәре баһаланы.
Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге, республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, ил именлеге һағындағы яугирҙәр батырлығына арналған күргәҙмәләр береһенән-береһе матур, бай йөкмәткеле ине. Композициялар "Ҡаһарманлыҡ сәскәләре", "Яугир әсәләре баҡсаһы", "Беҙ берҙәмлек менән көслө", "Рәсәй һалдатына дан!", "Халыҡтар дуҫлығы" кеүек бик күп теманы асты. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
Автор фотолары.