

Мәләүез районында күп бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләләр күп. Беҙҙең ауылда ла бар улар. Ололарҙан тормош тәжрибәһе ҡабул итеп, үҙ-ара килешеп, бер-берен хуплап, дөйөм уңышҡа шатланып йәшәгән парҙар менән көслөбөҙ.
Ерек ауылының күп балалы ғаиләре тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Беренсе ғаилә - Гүзәл һәм Хәлил Садыҡовтар. Улар дүрт бала тәрбиәләй, ауылда татыулығы, берҙәмлеге менән танылыу яуланы. Йорттарында һәр эште бергә башҡарыу - ғаилә йолаһы. Туғанлыҡ бәйләнешен һаҡлау, үҫтереүгә ата-әсә ҙур көс һала. Оло балалар бәләкәстәрен эшкә, уҡырға, көндәлек эште бергә башҡарырға өйрәтә. Апай-һеңле, ҡусты-ағай бәйләнеше бына шулай нығына ла инде. Уртаҡ байрамдар уларҙы бергә туплай, ихтирам, хөрмәткә өйрәтә. Күп балалы ғаиләлә мөхәббәт, уртаҡ хеҙмәттең киләсәк өсөн нигеҙ булыуын аңлап үҫә балалар.
Ғаилә башлығы Нөгөш ауылында янғын һүндереүсе булып эшләй. Хужабикә - йорт усағын һаҡлаусы. Оло ҡыҙҙары Гөлсәсәк Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияның 9-сы класында уҡый, музыка менән мауыға. Гитара һәм ҡурайҙа уйнай. Илдус - Нөгөш мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы. Илсур балалар баҡсаһына йөрөй, ә кескәй Гөлсинәгә 7 ай. "Атанан күргән уҡ юнған” тигәндәй, улдары атайҙарына ихлас ярҙам итә, рәсем төшөрөргә, йорт хайуандарын тәрбиәләргә ярата. Бына шундай эшһөйәрҙәр тәрбиәләнә беҙҙә! Гөлсәсәк әсәһенән тәмле аш әҙерләргә, ҡул эшенә өйрәнә. Туғандарына кәңәшсе апай ҙа ул.
Садыҡовтар үҙ көстәре менән ҙур, заманса йорт төҙөнө. Балалар һәр ваҡыт ата-әсәләре янында: малайҙар - атайҙарына менән хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша, ә ҡыҙҙар әсәһенә терәк. Бындай уртаҡ хеҙмәт ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә.
Тәнзилә ЯҠУПОВА, Ерек ауыл клубы хеҙмәткәре.