Көнгәк
+6 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

65 йәшендә биш ай эсендә ике ҡатлы өй төҙөп сыҡҡан

Алтын юбилей - ғаилә тормошоноң 50 йыллығы - ул һәр кемгә лә бирелмәй торған ҡаҙаныш, мөхәббәт һәм хөрмәт емеше.Үрге Юлдаш ауылында йәшәүсе Миңлебаныу апай менән Зөфәр ағай Аҡсуриндар ошо көндәрҙә бергә йәшәүҙәренең  алтын юбилейын билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
65 йәшендә  биш ай эсендә ике ҡатлы өй төҙөп сыҡҡан65 йәшендә  биш ай эсендә ике ҡатлы өй төҙөп сыҡҡан
65 йәшендә биш ай эсендә ике ҡатлы өй төҙөп сыҡҡан

 Уларҙың тормош юлы -күптәргә өлгө булырлыҡ. «Салауат оргсинтез» комбинатында намыҫлы хеҙмәт итеп, улар хаҡлы ялға сыҡҡан. «Ирем тимер тотһа, тимергә йән бирә, ағасты тотһа, ағасҡа йән бирә. 78 йәш булһа ла тормош иптәшем Салауат ҡалаһындағы драма театрында яҡтыртыусы булып эшләп йөрөй. 65 йәшендә  уның тырышлығы менән 2013 йылда ауылдан ер алып, биш ай эсендә ике ҡатлы өй төҙөп сыҡтыҡ. Гөл-баҡсалар, ағастар үҫтереп йәшәйбеҙ»,- тип ғорурлана Миңлебаныу апай.

Аҡсуриндар ҡыҙҙары Эльвира һәм улдары Иреккә ғүмер биргән. Бөгөн улар биш ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй. «Балаларымдың, килен, кейәүемдең тәүфиҡле, уңған булыуына шөкөр итәм. Улар минең шатлығым, ғорурлығым.

Икебеҙ ҙә дин юлында, намаҙҙабыҙ, доға ҡылып, Ҡөрьән уҡыйбыҙ. Шул бәхет түгелме ни? Донъябыҙ тыныс, илебеҙ генә тыныс булһын”, - ти йорт хужабикәһе.

65 йәшендә  биш ай эсендә ике ҡатлы өй төҙөп сыҡҡан
65 йәшендә биш ай эсендә ике ҡатлы өй төҙөп сыҡҡан
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас