

Һәр төбәк йәшәгән кешеләре менән йәмле. Бөгөн йәштәр ситкә китеүҙе өҫтөн күрә, тиһәләр ҙә, үҙ районында, ауылында төпләнеүселәр ҙә юҡ түгел.
Һәйет ауылында күркәм донъя ҡороп, ишле һәм татыу ғаиләгә нигеҙ һалған Зимфира һәм Илһам Мерәҫовтар ҙа шундай кешеләрҙең береһе.
1997 йылда өйләнешкән пар 2005 йылға тиклем Мәләүездә йәшәй. Һуңынан Һәйеткә күсеп ҡайта. Ҡала предприятиеһында эшләп йөрөгән ғаилә башлығы 2006 йылда вахта ысулы менән Себергә сығып китә.
- Өйләнешкәс, ҡалала йәшәһәк тә, ауыл барыбер үҙенә тарта торғайны. Етмәһә, икебеҙ ҙә ауылда эшләп үҫкән кешеләрбеҙ. 2009 йылда һала башлаған өйөбөҙгә 2013 йылда күстек. Әле лә ҡалаға барһаҡ, 1-2 көндән артыҡ түҙә алмайбыҙ, тиҙерәк ҡайтырға ашығабыҙ, - тип һөйләй улар.
Ауылда йәшәр өсөн елкәң ҡалын булырға тейеш, тиҙәр бит әле. Зимфира менән Илһамдың етеш донъяһын, матур тормошон күреп, хужаларҙа тырышлыҡ та, егәрлелек тә етерлектер, тип уйлап ҡуяһың.
Күпләп эре мал үҫтереү өсөн ең һыҙғанып эшләүҙән тыш, көндө төнгә ялғарға ла тура киләлер. Етмәһә, икеһенең дә төп эш урыны бар. Илһам Рәхим улы ҡалала урынлашҡан «Союзпромптица» предприятиеһының ЦПО цехында аппаратсы, Зимфира Салауат ҡыҙы ауылдың «Йәйғор» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
- Мал тотоу өсөн яйлап техника һатып алып, уңайлы шарттар булдырҙыҡ. Аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡоролмалар хәстәрләнек, һарайға һыу үткәрҙек, электркөтөүсе урынлаштырҙыҡ, - тип һөйләй ғаилә башлығы...
Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 40-сы һанында баҫылды.
Автор фотоһы.