

Салауат педагогия училищеһын тамамлаған Аптраҡ ауылы ҡыҙы Зәйтүнә Әлиеваның хеҙмәт юлы 1974 йылдың 15 авгусында башлана.
- Үҙем директор ҙа, уҡытыусы ла, завхоз да булдым, физкультура дәрестәрен дә алып барҙым. Тырышып мәктәпкә ремонт яһатып, спорт майҙансығы булдырып, кәрәк-яраҡ алдырҙым. Мәктәп баҡсаһына емеш ағастары ултыртып, уҡыусыларҙың шыршы байрамына ҡарағат һатып аҡса эшләй инек. Бәләкәй генә балалар менән фермаға барып, «Ҡыҙыл мөйөш»төң иҙәнен йыуып, мейесен аҡлап, эшселәргә концерт күрһәтеп ҡайта торғайныҡ. Быҙау һарайының иҙәнен таҙартып, һауынсыларға ярҙам иттек. Һәр байрам һайын уларҙың күпме һөт һауғанын, тракторсыларҙың күпме ер һөргәнен доклад итеп уҡып, концерт ҡуйҙыҡ. Мин баянда уйнайым, балалар йырлай, бейей... - Мотай ауылының аҙ комплектлы мәктәбенә эшкә ебәрелгән ул йылдарын хаҡлы ялдағы педагог ошолайыраҡ хәтерләй.
Шулай мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәп, эшләп йөрөгәндә, Мотайға Германияла әрме хеҙмәтен тултырып, йәш уҡытыусының буласаҡ ире Риф Әлиев ҡайтып төшә.
Бер-береһенә тәү ҡараштан ғашиҡ булған парҙың ғаилә тормошо 1975 йылдың 31 ғинурында ҡорола.
- Биш йыл иремдең ата-әсәһе менән йәшәнек. Бейем ҡайҙа барһа ла, киленем уҡытыусы тип, миңә кейем алып ҡайтты. Мин килгәндә, уның үҙенең ҡәйнәһе лә иҫән ине әле. Ҡайным көн-төн эш тип янған тракторсы булды, - ти Зәйтүнә Ғабдулхаҡ ҡыҙы.
Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған Риф Рәүеф улына, балалары уҡырға ингәс, Себер тарафында эшләргә тура килә.
Әлиевтарҙың улдары Рөстәм - теш врачы, Руслан «Берлин-Хими» ойошмаһында өлкән етәксе булһа, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының экология бүлеген тамамлаған Регина Себерҙә йәшәй. Ире Алик менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Үҙҙәренә икешәр ейән бүләк иткән Эльмира һәм Рита килендәрен дә маҡтап телгә ала олатай-өләсәй.
РФ һәм БР мәғариф отличнигы, хеҙмәте күп һанлы Маҡтау грамоталары менән баһаланған ҡырҡ йыллыҡ педагогик стажлы Зәйтүнә Ғабдулхаҡ ҡыҙы биш йыл Мотай башланғыс, ун йыл ҡаланың 4-се, егерме биш йыл Һарыш мәктәптәрендә балаларға белем бирә.
- Эштә тыныс күңел менән эшләр, уңышҡа өлгәшер өсөн тормош иптәшеңдең һәйбәт кеше булыуы мөһим. Мин ҡулынан һәр эш килгән бик уңған кеше, үҙемдең һәм балаларҙың ныҡлы терәге ирем Риф Рәүеф улының ярҙамын тойоп йәшәнем. Уның тураһында китап яҙҙылар, тырыш хеҙмәтен баһалаған Маҡтау грамоталары байтаҡ. Ваҡытында хоккей командаһы булдырып, балалар менән төрлө ҡалаларҙа еңеү яулап йөрөнө, - ти хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Әлиевтар бөгөн дә спорт менән шөғөлләнә, төрлө сараларҙа ҡатнаша, йома намаҙын ҡалдырмай. Ғаилә яуҙағыларға тупланмалар әҙерләп ебәргән.
Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Зәйтүнә Ғабдулхаҡ ҡыҙы һалдаттарға һаҡлыҡ селтәре үреүҙә, майшәмдәр яһауҙа ярҙамлаша.
50 йыллыҡ ғүмер йомғағын парлап һүткән яҡташтарыбыҙҙың күптәр һоҡланырлыҡ булып дауам иткән тормош юлы оҙон һәм бәхетле булһын, тип теләйек.
Фото архивтан.