Уҡыусыһы өсөн йән атҡан остаз ул

Һәр кешенең һөнәр һайлауға бәйле үҙ тарихы бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусыһы өсөн йән атҡан остаз улУҡыусыһы өсөн йән атҡан остаз ул
Уҡыусыһы өсөн йән атҡан остаз ул

Һәр кешенең һөнәр һайлауға бәйле үҙ тарихы бар. Берәүҙәр өсөн ул бала саҡ хыялы булһа, икенселәр уйламаған ерҙән тигәндәй, ҡарар ҡабул итеп, яҙмышын теге йәки был һөнәргә бәйләй. Уға кемдеңдер кәңәше, тәҡдиме, үтенесе менән килгәндәр ҙә юҡ түгел.

Ҡаланың 5-се мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына белем биргән йәш уҡытыусы Алина Әхмәтова үҙенең педагог булыуында остазы Әлфидә Килдеғолованың йоғонтоһо бар, тип иҫәпләй.

Мәктәп ишеген асып инеп, парта артына ултырған ҡыҙсыҡҡа хәреф һәм һан ғына түгел, тотош донъяны танырға ярҙам иткән тәүге уҡытыусыһына һоҡланыуы ла, ихтирамы ла көслө була. Әлфидә Хәйретдин ҡыҙынан өлгө алып, һәр яҡлап уға оҡшарға теләп, тырышып уҡый ул.

- Беҙ үҫкәндә, бөгөнгө кеүек телефон, интернет булманы бит. Бала сағыбыҙ урамда төрлө уйын уйнап үтте. Уйнамаған бер уйын да ҡалмағандыр, моғайын. Уҡытыусы булырға теләгәндәндер, уҡытыусы булып та уйнаныҡ, - ти Алина Мәжит ҡыҙы.

Йылайыр районының Йылайыр ауылы ҡыҙы мәктәптән һуң Күмертау политехник лицей-интернатына уҡырға инә. Уны тамамлағас, 2008-2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт универститетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалында белем ала.  Юғары уҡыу йортонан информатика уҡытыусыһы һөнәренә эйә булып сыға.

2017 йылда юғары белем нигеҙендә «Педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы» программаһы буйынса башланғыс  класс уҡытыусыһына уҡып сыға. Шул уҡ йылда ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында эш башлай.

Декрет ялынан һуң 5-се мәктәпкә урынлаша. Бөгөн ул 2-се «Г» класын етәкләй. Үҙ һөнәрен яратҡан педагог һәр уҡыусыһына күңел йылыһын биреп, тырышып эшләй. Тәүге көндәрҙән үк ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табыуға өлгәшкән.

- Коллективым да оҡшай. Хеҙмәттәштәрем менән кәрәк саҡта бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, теге йәки был мәсьәлә буйынса кәңәшләшәбеҙ. Беҙҙең мәктәптә кешелекле һәм кеселекле кешеләр эшләй, - ти ул.

Йәш белгес «Йыл уҡытыусыһы - 2020» республика конкурсының муниципаль этабында «Педагогик дебют» номинацияһы буйынса призер булып, 3-сө дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда уға үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙәге намыҫлы хеҙмәте өсөн район мәғариф идаралығы Маҡтау грамотаһы тапшырыла.

Быйыл «Йыл уҡытыусыһы - 2025» республика конкурсының муниципаль этабында «Ижад педагогикаһы» номинацияһында еңеүсе булараҡ таныла.

Мәктәп эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштарым әлегә әллә ни күп түгел инде, тиһә лә, йәш уҡытыусының яулар үрҙәре алда көткәненә шик юҡ. Тырыш, маҡсатлы кеше генә түгел, уҡыусылары өсөн йән атҡан остаз бит әле ул!

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балаларҙың һөйөүен, ата-әсәләрҙең ихтирамын яулауға өлгәшкән Алина Мәжит ҡыҙының үҙ ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Улар ире Радмир Илдар улы менән ике ҡыҙ һәм бер малайға ғүмер биргән. Өлкән ҡыҙҙары Камилә быйыл 9-сы, Әминәләре 4-се класты тамамлаған, өс йәшлек Әмир балалар баҡсаһына йөрөй.

Үҙе әйтмәһә лә, аңлашылып тора: тынғыһыҙ эше лә, етәкләгән класы ла, ҙур ғаиләһе лә ваҡыт һәм иғтибар талап итә. Юҡҡа ғына донъя тотҡаһы - ҡатын-ҡыҙ, тимәйҙәр ҙә, уҡытыусыны үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ биреүсе шәмгә тиңләмәйҙәр бит.

Киләсәк быуынға белем һәм тәрбиә биреп, һайлаған һөнәренә бар күңелен һалып эшләгән остаздың алда илһамланып эшләр йылдары ла, рәхмәтле уҡыусылары ла күп булһын. 

Автор фотоһы.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас