ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
8 Декабрь 2023, 12:13

14 декабрҙә - Путин менән тура бәйләнеш

Владимир Путиндың тура бәйләнеше һәм матбуғат конференцияһы 14 декабрҙә буласаҡ.

14 декабрҙә - Путин менән тура бәйләнеш
14 декабрҙә - Путин менән тура бәйләнеш

Владимир Путиндың тура бәйләнеше һәм матбуғат конференцияһы 14 декабрҙә буласаҡ. Был хаҡта дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песковҡа һылтанма менән РИА Новости агентлығы хәбәр итте.

«14 декабрҙә Владимир Путин йылға йомғаҡ яһаясаҡ. Был - программа, йәғни элеккесә үк телевизион каналдар проекты. Ул тура бәйләнеш һәм йомғаҡлау матбуғат конференцияһының берләштерелгән форматы буласаҡ», - тине Песков.

Махсус йыһазландырылған студияға киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре – Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ федераль журналистар, Мәскәүҙә аккредитацияланған сит ил журналистары саҡырылған. 1 декабрҙән халыҡтан тура бәйләнешкә һорауҙар ҡабул ителә башланы. Уларҙы бер нисә ысул менән бирергә мөмкин:

  • 8-800-200-40-40 номерына бушлай шылтыратырға;
  • 0-40-40 номерына бушлай СМС ебәрергә;
  • moskva-putinu.ru сайты аша;
  •  «ВКонтакте», «Одноклассники» социаль селтәрҙәрендә;
  • мобиль ҡушымталар аша.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-12-01/pryamaya-liniya-i-bolshaya-press-konferentsiya-putina-proydut-14-dekabrya-3547997

14 декабрҙә - Путин менән тура бәйләнеш
14 декабрҙә - Путин менән тура бәйләнеш
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: