Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ӘСЕ ҠОРОТ ТАРИХЫ

Башҡорт, үзбәк, ҡаҙаҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтарҙың милли ризығы булған ҡороттоң заманында бик күптәрҙе аслыҡтан ҡотҡарып ҡалғанын беләбеҙ.

ӘСЕ ҠОРОТ ТАРИХЫ
ӘСЕ ҠОРОТ ТАРИХЫ

Репрессия ҡорбандарының да ғүмерен һаҡлап ҡалған ул кипкән ҡорот. Ҡаҙағстандағы "А.Л.Ж.И.Р" лагеры тотҡондарының күбеһе нәҡ шул ҡорот арҡаһында ғына иҫән ҡалған.

"А.Л.Ж.И.Р" (Акмоллинский лагерь женщин-изменников Родины) ҡатын-ҡыҙҙар лагерының элекке әсире Гертруда Платайс,1990 йылда Ҡаҙағстанға килгәндә, "Алжир" музейы хеҙмәткәрҙәренә беренсе тапҡыр ҡаҙаҡтарҙы ҡасан күргәне, уларҙың тотҡондарға ниндәй
мөнәсәбәттә булыуҙары тураһында һөйләй.

Былай була ул хәл. Буранлы бер ҡышҡы иртәлә әсирҙәрсе көслө һаҡ аҫтында Жаланаш күле буйында барак төҙөү өсөн ҡамыш йыйырға алып сығалар. Былар эшләп йөрөгәндә ҡамыш араһынан ҡаҙаҡ ҡарттары менән балалар килеп сыға.

Балалар, өлкәндәрҙең ҡушыуы буйынса, йонсоған, миктәгән әсирҙәргә таш һымаҡ нәмә ырғыта башлай. Һаҡсы төркөм балаларҙың был ҡылығынан рәхәтләнеп көлә, йәнәһе, ана, һатлыҡйән әсирҙәрҙе Мәскәүҙә генә түгел, ҡаҙаҡ ауылдарында ла яратмайҙар. "Беҙгә рухи яҡтан ныҡ ауыр булды", - тип һөйләгән Гертруда Платайс. Ҡаҙаҡ балаларының был аңлашылмаған ҡылығы бер нисә көн дауам итә. Тотҡон ҡатындар ғәҙелһеҙлеккә әсенһәләр ҙә, мыҫҡыллауҙарға түҙеп, яҙмыштарына күнеүҙән сара ҡалмай.

Бер мәл Гертруда үҙенә ҡарай осоп килгән таштан ялтанам тип хәлһеҙләнеп йығылып китә лә һөрлөгөп ерҙә тәгәрәшеп ятҡан баяғы таштарға бите менән барып төшә. Хәлһеҙ генә булһа ла, ҡарҙа ебеңкерәгән йомарсаҡтарҙан әскелтем һөт еҫе сыҡҡанын тойоп ҡала һәм береһен тәмләп ҡарай. Был нимә икән ул тип йомро таштарҙы йыйып баракка алып ҡайта. Әсирҙәр араһында ҡаҙаҡ ҡатындары ла була. Улар ҡоротто шунда уҡ таный.

Баҡтиһәң, ҡаҙаҡ ҡарттары, һаҡсыларҙы шикләндермәҫкә тырышып, балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, асығыуҙан, ауыр эштән интеккән ҡатындарға ошо рәүешле ярҙам иткән. Шул кипкән ҡоротто кимереп күптәр иҫән ҡалғандыр ҙа инде.
Ҡаҙаҡ ҡарттары һаҡсыларҙан йәшереп кенә ҡыуаҡ аҫтында ҡаҡланған ит, талҡан, икмәк тә ҡалдырыр булған.

"Тотҡон лагерҙарының береһендә лә еңел түгел, шулай ҙа ҡаҙаҡ ерлегендә урынлашҡандарында күптәр тере ҡалды",- тип һөйләгән Гертруда Платайс.

Белешмә өсөн

Гертруда Платайс тураһында "А.Л.Ж.И.Р ӘСИРҘӘРЕ" Хәтер китабында ла, Сәйәси репрессия ҡорбандарының асыҡ исемлегендә лә мәғлүмәттәр бар.
Ул 1910 йылда Германияла тыуған, милләте буйынса немка. 1938 йылда тотҡонға эләгә, 1946 йылда ғына иреккә сығарыла.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: