Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Апрель , 17:56

Был мәғлүмәт һәр ҡатын-ҡыҙға файҙалы. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ.

Ә һеҙ белә инегеҙме?

💥Ҡамыр әҙерләү серҙәре

📌Ҡамырға һыу менән ҡатнаштырылған крахмал өҫтәгеҙ: булка һәм бәлештәр икенсе көндә лә ҡабарынҡы һәм йомшаҡ була. Ондо мотлаҡ иләп һалырға кәрәк. Былай итеү унан сит ҡушылмаларҙан ҡотолоу өсөн генә түгел, ә уны кислород менән байытыу өсөн кәрәк.
📌Ҡамырға (билмән, слоеный, заварной, песочный ҡамырҙан тыш) ярты литр шыйыҡлыҡҡа манный ярмаһы өҫтәгеҙ (яҡынса өймәләм ҡалаҡ менән). Шулай иткәндә икмәк оҙаҡ кипмәй.
📌Ҡамырға һөттән тыш, ярты стакан минераль һыу ҡушырға була. Әҙ генә уксус йә лимон кислотаһында яндырылған бер балғалаҡ соданы ярты стакан минераль һыуға ҡушып өҫтәгәндә, ҡамыр матур ҡабара.Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә үтә һуҡҡан ел булһа, икмәктең тышы ҡатып ҡалын булып бешә.
📌Дрожжи менән бешергәндә бәлешкә кәрәк бөтә ингредиенттарҙың да бүлмә температураһында булыуы мөһим. Һыуыҡ булһа, тиҙ ҡабармай.
📌Ҡамырҙы ҡоро ҡул менән баҫырға кәрәк.
Бәлештең аҫҡы өлөшө еүешләнмәһен тиһәгеҙ, төбөнә тәүҙә крахмал һибегеҙ, шунан һуң – эслек.
📌Ҡамырға йөҙөмдө һалыр алдынан уны онға әүәләп алырға кәрәк.
📌Бәлеште эҫе килеш киҫергә ярамай. 

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1983271

Был мәғлүмәт һәр ҡатын-ҡыҙға  файҙалы. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ.
Был мәғлүмәт һәр ҡатын-ҡыҙға файҙалы. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ.
Автор:
Читайте нас: