Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Апрель , 12:30

Таҙалыҡ үҙебеҙҙең ҡулда

Уҙған шәмбелә район-ҡала ха­кимиәте, мәғариф, спорт, мәҙәниәт учреждениелары, мәғ­лү­мәт үҙәге, предприятие һәм ойошма вәкилдәре Дан монументы янында йыйылды. Бында «Йәшел Башҡортостан» экология акцияһына старт бирелде.

Таҙалыҡ үҙебеҙҙең ҡулда
Таҙалыҡ үҙебеҙҙең ҡулда

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов был сараның мөһимлеген билдәләне, барыһына ла емешле эш теләне һәм үҙе лә парк йәмәғәт биләмәһен йыйыштырыуға тотондо. Күмәк көс менән Дан паркы, Дан бульвары һәм Вокзал урамы биләмәләре сүп-сарҙан, ҡоро ағас ботаҡтарынан таҙартылды, ҡалған ҡар өйөмдәре таратылды, йыйылған сүп-сарҙы тоҡтарға тултырып йөк машиналарына тейәп оҙатылды. Был эштә «Зеленхоз» учреждениеһы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте.Дөйөм алғанда, ҡалала үткән өмәлә 1500 кеше ҡатнашты, барлығы 30 кубометр сүп сығарылды, 3 берәмек техника эшләне.
Төҙөкләндереү эштәре ауыл билә­мәләрендә лә бар, уларҙа ла халыҡтың әүҙемлеге күҙәтелә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенең сәхифәһендә: “Ике аҙна эсендә Башҡортостан ҡала-райондарында 8,6 мең кубометр сүп-сар йыйылды һәм сығарылды. Өмәләрҙә 175 мең кеше һәм 5 меңгә яҡын предприятие һәм ойошма ҡатнашты. Барыһына ла рәхмәт белдерәм”, - тип билдәләне.

Өмәлә ҡатнашыу ул - кешеләрҙе яҡынайтҡан, уларҙы файҙалы эш башҡарырға мөмкинлек биргән яҡшы традиция. Тирә-яҡ мөхит таҙалығы үҙебеҙ өсөн икәнен һәр кем яҡшы аңлай. «Йәшел Башҡортостан» экология акцияһы апрель буйына дауам итәсәк. Май байрамдарына тиклем тирә-йүнде тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәрен тамамлау мөһим.

 

Таҙалыҡ үҙебеҙҙең ҡулда
Таҙалыҡ үҙебеҙҙең ҡулда
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: