Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуй инде, шул да булдымы эш?

 62 йәшлек иргә балаларҙың шаулашҡаны оҡшамаған. 

 Врачтар травмпунктҡа мөрәжәғәт иткән ҡыҙҙың аяғынан пуля ала. Был турала полиция бүлегенә хәбәр итә.

Көндөҙ зыян күреүсе ҡыҙ әхирәттәре менән ихатала йөрөй. Ямғыр яуа башлағас, улар подъезд ҡыйығы аҫтына йәшеренә. Шунда ҡыҙ уң аяғында киҫкен ауыртыу тоя һәм ҡан күрә. Ата-әсәһе баланы дауаханаға алып бара.

Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре был енәйәткә бәйле күрше йортта йәшәүсе 62 йәшлек ирҙе ҡулға алған. Ул балаларҙы ҡурҡытыу өсөн пневматик мылтыҡтан атыуын аңлата. Уның һүҙҙәренсә, балалар бик ныҡ шаулашҡан булған.

Был факт буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһе РФ Енәйәт кодексының 213-сө статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡуй инде, шул да булдымы эш?
Ҡуй инде, шул да булдымы эш?
Автор:
Читайте нас: