Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Подъезд – йорттоң ғына визит картаһы түгел Ә унда йәшәүселәрҙең дә йөҙө

Һиңә ҡунаҡҡа килгән кеше иң беренсе иғтибарын ҡайҙа йүнәлтә? Шәхси йортта йәшәһәң - ихатаңа, тупһаңа, ә күп фатирлы йортта подъезыңа ҡарайҙар. Матур итеп буялған, таҙа һәм яҡты подъезға инеү шунда уҡ күңелде күтәрә. Ҡунаҡҡа килеүселәрҙән бигерәк, үҙеңә рәхәт.

Подъезд – йорттоң ғына визит картаһы түгел Ә унда йәшәүселәрҙең дә йөҙө
Подъезд – йорттоң ғына визит картаһы түгел Ә унда йәшәүселәрҙең дә йөҙө

Һиңә ҡунаҡҡа килгән кеше иң беренсе иғтибарын ҡайҙа йүнәлтә? Шәхси йортта йәшәһәң - ихатаңа, тупһаңа, ә күп фатирлы йортта подъезыңа ҡарайҙар. Матур итеп буялған, таҙа һәм яҡты подъезға инеү шунда уҡ күңелде күтәрә. Ҡунаҡҡа килеүселәрҙән бигерәк, үҙеңә рәхәт.

Күптән ремонт күрмәгән подъездар һуңғы йылдарҙа икенсе төҫ алды. Иҫке тәҙрәләр пластика алмаштырылды, стеналар тигеҙләнде, буялды, экономиялы яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Элек лампочкалар бер көнгә лә етмәй торғайны. Хәҙер подъезыңа килеп инеү менән һинең аяҡ тауышыңа яҡтыра.

Беҙҙең Мәләүез ҡалаһы подъездарҙы ремонтлау буйынса төбәк программаһында ҡатнашты. Ҡалала һәм районда төбәк программаһының тәүге йылында айырыуса ҙур эш башҡарылды. Атап әйткәндә, 25 йортта 84 подъезд ремонтланды. Уларҙа эштәр дүрт этапта алып барылды. 2019 йылдың көҙөндә республика етәкселеге районда эш сәфәре барышында уларҙы үтәү барышын баһаланы. Ремонтҡа һәм төҙөкләндереүгә бүленгән средстволар күләмен арттырыу мөмкинлеген тикшерәсәген билдәләне һәм урындағы властарға муниципалитеттың иң яҡшы йортҡа, ихатаға, подъезға республика конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итте.

 Бүленгән аҡсаға подъездарҙың инеү урындары ремонтланды, тәҙрәләр алмаштырылды һәм стеналар буялды, плитка һалынды һәм инженер кабелдәре өсөн ҡумталар монтажланды.

Ремонт үткән подъездар күңелде күтәрә. Әйткәндәй, 2019-2023 йылдарҙа Башҡортостанда 8 меңдән ашыу подъезд ремонтланған. Мәғлүм булыуынса, подъездарҙы ремонтлау республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә алып барыла.

Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙ аҡсаларын һалмай, әммә уларҙан бик күп нәмә тора, мәҫәлән, йорттоң ремонт программаһына инеүе. Шул уҡ ваҡытта халыҡ үҙенең подъезының ниндәй дизайнын һәм биҙәлешен тәҡдим итергә хоҡуҡлы, шулай уҡ уларға эштәрҙе тормошҡа ашырыу барышын тулыһынса контролдә тотоу мөмкинлеге бирелә.

Ремонтланырға тейешле йорттар исемлеге ҡала йәки район хакимиәте тарафынан раҫлана. Йорт ошо исемлеккә инһен өсөн фатир хужаларының дөйөм йыйылышын үткәрергә һәм программала ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итергә, һуңынан муниципаль район хакимиәтенә тапшырырға кәрәк.

Йыйылыш үткәрелеп, ҡарарҙар ҡабул ителеп тә, әммә ағымдағы йылға программаға инмәгән бөтә йорттар ҙа киләсәктә ҡараласаҡ һәм алдағы йылдарға пландарға индереләсәк.

- Программаның төп бурысы - республикала подъездарҙы норматив хәлгә генә түгел, ә йәшәүселәрҙең теләктәренә яуап биргән ҡиәфәткә килтереү юлы менән халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу. Халыҡтың ремонтта әүҙем ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы. Улар подъезды ремонтлауҙа ниндәй яңылыҡтар ҡулланырға кәрәклеген үҙҙәре хәл итә, подъездың дизайнын һәм концепцияһын үҙҙәре билдәләй. Һөҙөмтәлә беҙ күңел менән башҡарылған эште күрәбеҙ, - ти район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Әмир Ғәлиев.

Фәнис БИКТАШЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре:

- Эш буйынса ҡаланың бөтә күп фатирлы йорттарында тиерлек булырға тура килә. Торлаҡ-коммунал хужалыҡ өлкәһендә оҙайлы йылдар эшләү дәүерендә төрлө подъездар күрергә тура килде. Һуңғы осорҙа республика етәкселегенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә улар күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Кешеләрҙең тормош сифатына, йәшәү кимәленә туранан-тура йоғонто яһай подъездар.

Подъезд менән бергә лифттарҙа  яңыртыла. «Башҡорт ихаталары» программаһы ла бик уникаль Тап уның ярҙамында ҡалала күпме ихата төҙөкләндерелде. Биш йыл эсендә республикала 1326 ихата ремонтланыуы ҙур эш бит ул.

Подъезд – йорттоң ғына визит картаһы түгел Ә унда йәшәүселәрҙең дә йөҙө
Подъезд – йорттоң ғына визит картаһы түгел Ә унда йәшәүселәрҙең дә йөҙө
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: