Көнгәк
-17 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Ғинуар , 18:00

Ҡороттоң организмға файҙаһы

Ҡороттоң организмға файҙаһ

Ҡороттоң организмға файҙаһы
Ҡороттоң организмға файҙаһы
Ҡорот –халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. 🔸Аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал. 🔸Ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына һәм башҡа файҙалы мәтдәләргә бай. 🔸Һыуыҡ тейгәндә, юғары температура менән ауырығанда ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». 🔸Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирәләр. Ул ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай. Ә яңы тыуған баланың кендеге уңалмай йонсоһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш иткәндәр. 🔸Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә . Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән монгол халҡының тештәре ап- аҡ сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле. 💚Һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа 💚
 
Автор:
Читайте нас