40 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн уны быйыл үтергә мөмкинме икәнлеген аңларға ярҙам иткән ябай ысул бар: үҙ йәшегеҙҙе өскә бүлергә кәрәк. Әгәр һөҙөмтәлә бөтөн һан килеп сыҡһа, тикшереүгә яҙылырға мөмкин.
Мәҫәлән, 2026 йылдың мартында Илдарға 30 йәш тула. Был һан өскә ҡалдыҡһыҙ бүленә, тимәк, ул диспансеризация үтә ала. Бының өсөн уға тыуған көнөн көтөргә кәрәкмәй: йылдың теләһә ҡайһы айында табипҡа бара ала.
2026 йылда диспансеризацияны түбәндәге йылдарҙа тыуған кешеләр үтә:
2005 йыл, (18 йәш);
2002 йыл, (24 йәш);
1999 йыл, (27йәш);
1996 йыл, (30йәш);
1993 йыл, (33 йәш);
1990 йыл, (36 йәш);
1987 йылғылар (39 йәш).
Рәфилә БИКЙӘНОВА.
«Продолжительная и активная жизнь» — национальный проект России, реализация которого началась с 1 января 2025 года и рассчитана до 2030 года.