Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июль 2021, 16:04

Республика Башлығы 19 июлдең дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял көнө булыуы тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Hеспублика халҡы дүрт көн рәттән – 17 июлдән 20-нә тиклем ял итергә мөмкин.

Республика Башлығы 19 июлдең дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял көнө булыуы тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы
Республика Башлығы 19 июлдең дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял көнө булыуы тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы
Республика Башлығы 19 июлдең дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял көнө булыуы тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы
Республика Башлығы 19 июлдең дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял көнө булыуы тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

19 июль Башҡортостан Башлығы тәғәйенләгән дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял көнө тип иғлан ителде. Радий Хәбиров 12 июлдә ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ 14-ендә баҫылып сыҡты.

Был көндө чиновниктарҙың хеҙмәт хаҡы һаҡлана. Документҡа ярашлы, республиканың дәүләт органдары етәкселәре ошондай ҡарар ҡабул итергә тейеш. Ә муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн был бойороҡ – тәҡдим рәүешендә генә. Республика етәксеһе шулай уҡ 19 июлде бөтәһе өсөн дә ял көнө итергә һәм урындарҙа «дежурныйҙар» һанын билдәләргә ҡушты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 20 июлдә Ҡорбан байрамын билдәләүгә бәйле 19 июлде ял тип иғлан иткәйне. Шулай итеп, республика халҡы дүрт көн рәттән – 17 июлдән 20-һенә тиклем ял итергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1619038-glava-bashkirii-podpisal-rasporyazhenie-o-vykhodnom-dne-19-iyulya-dlya-gossluzhashchikh/

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: