Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

"Башҡортостан" полкы тағы бер подразделение менән тулыландырыла

Башҡортостанда артиллерия дивизоны ойошторолған. Ул Бөйөк Ватан һуғышы геройы Мөғин Кәрим улы Нагаев исемен йөрөтәсәк.

"Башҡортостан" полкы тағы бер подразделение менән тулыландырыла
"Башҡортостан" полкы тағы бер подразделение менән тулыландырыла

Нагаев Мөғин Кәрим улы (4 ғинуар 1918 йыл — 10 декабрь 2020 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Отставкалағы гвардия подполковнигы. Башҡортостан Республикаһының Генерал Шайморатов орденының беренсе кавалеры. 1956 йылдың октябрендә гвардия майоры Мөғин Нагаев Совет Армияһындағы хәрби хеҙмәттән отставкаға сыға. Өфөнң өс уҡыу йортонда музей ойоштороуҙа ҡатнаша, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын ойоштороу буйынса етәксе була

2023 йылдың 18 майында 14:00 сәғәттә Өфө ҡалаһы Совет майҙанында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбиров ҡатнашлығында артиллерия батальонын ебәреү тантанаһы үтә.


Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: