Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
12 Сентябрь 2023, 14:22

Башҡортса һөйләшәйек

Һеҙҙе лә төрлө банктарҙан шылтыратып аптыратҡандары барҙыр. Шулай бит. Бәйләнсек операторҙарҙан нисек ҡотолорға өйрәтәйем әле.

 

Күптән түгел бик наҙлы тауышлы ҡыҙ шылтыратты. Ғәҙәтенсә, дежур һорауҙарын теҙә генә башлағайны ҡапыл шып туҡтаны. Быға тиклем “Юҡ, һөйләшә алмайым. Минең өсөн уңайлы ваҡыт түгел. Башҡаса шылтыратмағыҙ!”- тип әйткәндән һуң да, үҙенең ятлап алған һүҙҙәрен әйтеп бөтмәйенсә туҡтамаған тауыш тынып ҡалды.

Ни сәбәпле тиһегеҙме? Мин уның һорауҙарына үҙенән дә яғымлыраҡ тауыш менән башҡортса яуап бирҙем. Трубканың теге осондағы ҡыҙ, ғәжәпләнеүенән хатта үҙе шылтыратҡанын да онотоп: “Һеҙгә кем кәрәк? Кемгә шылтыратаһығыҙ?” - тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙенә таныш булмаған һүҙҙәрҙе ишеткәс, ризаһыҙлыҡ белдереп, нимәлер мығырҙаны ла, телефонын бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы.

Бының менән генә туҡтамаҫ, тағы шылтыратыр тип көтөп йөрөйөм. Ысынлап та, иртәгәһенә шылтыратты был. Уның менән тағы ла башҡортса һөйләштем. Шунан бирле был банк бәләкәй процент менән кредит тәҡдим итмәй башланы.

Теңкәгә тейгән банкыларҙан ҡотолоуҙың был алымы бик оҡшап ҡалды. Тағы шылтыратмаҫтар инде, тип көтөп йөрөйөм. Көтөүем бушҡа булманы, яңыраҡ икенсе банкынан тағы шундай шылтыратыу алдым. “Һеҙҙең банк һеҙгә бәләкәй процент менән...” - тип апайым һымаҡ иркә тауыш менән өндәшеүе булды, мин тағы ла туған телемдә: “Әлегә кредитҡа мохтажлығым юҡ, мине ҡайғыртыуығыҙ, хәстәрләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт”, - тигәйнем, яңы ғына әкиәттәрҙәге фәрештә тауышы менән һөйләшкән әңгәмәсем тупаҫ тауыш менән: “Нимә танау аҫтығыҙҙан бығырҙайһығыҙ, нормаль телдә һөйләшә алмайһығыҙмы?”-  ти. Мин иһә башҡорт теле донъялағы иң матур, бөйөк телдәрҙең береһе булыуын, ул минең ҡиммәтле байлығым һәм хазинам икәнлеген әйттем. Бигерәк түҙемһеҙ булып сыҡты был хеҙмәткәр ҙә. Минең әйтеп бөткәнде лә көтмәй, трубканы һалып ҡуйҙы. Шунан алып был банкынан да шылтыратыу алғаным юҡ әле.

Ошолай һеҙгә лә шылтыратһалар башҡортса яуап бирегеҙ, бәлки, һеҙгә лә ярҙам итер. Туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙең бер ысулы бит был...

Лена АБДРАХМАНОВА.

Башҡортса һөйләшәйек
Башҡортса һөйләшәйек
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: