Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
13 Сентябрь 2023, 10:25

Беҙҙең ғорурланырлыҡ кешеләребеҙ бик күп

Йыл һайын сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә танкистар һәм был мөһим хәрби тармаҡ менән бәйле булғандар, атап әйткәндә, танк төҙөүселәр, инженерҙар һәм техниктар көнө билдәләнә.

Беҙҙең ғорурланырлыҡ кешеләребеҙ бик күп
Беҙҙең ғорурланырлыҡ кешеләребеҙ бик күп

Тарих һәм бөгөнгө көн шуны иҫбатлай: беҙҙең танкистарыбыҙ һәр ваҡыт үҙ көсө, батырлығы һәм Тыуған илгә тоғролоғо менән айырылып тора. Танктар - һуғыш яланында ышаныслы терәк, ә танкистар – еңелеү белмәҫ яугирҙәр, улар мөһим ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай, һәр саҡ армияның алғы сафында бара.
Беҙҙең яҡташыбыҙ Һыртлан ауылы егете Илшат Аллаяров тап ошо өлкәлә хеҙмәт иткән Ватан һаҡсыларының береһе булып тора. Ул техника менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһына һәм төрлө машиналарҙың төҙөлөшөн өйрәнергә тырыша. Үҙенең бала саҡ ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында Илшат яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инә.
Ватан алдындағы изге бурысын да намыҫ менән үтәгән Илшат. Армияға ул 2012 йылда алына. Йәш һалдат тәүҙә бер нисә ай дауамында Байкал аръяғы крайының Чита ҡалаһында танк ғәскәрҙәренә ҡағылышлы хәрби һөнәр ала. Унда хәрби техниканы йөрөтөү, ҡоралдан атыу һәм тактик әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә. Төплө белем алған егет артабан экипаж ағзаһы сифатында үҙенең белемен һәм оҫталығын камиллаштыра һәм айырым мотоуҡсылар бригадаһына, Ставрополь крайының Буденновск ҡалаһына күсерелә. Хеҙмәт итеү осоронда яҡташыбыҙ һәр ваҡыт хеҙмәттәштәре өсөн ышаныслы иптәш һәм өлгө булып тора.
Үҙенең ҡаҙаныштары өсөн ул Рәсәй Федерацияһы хәрби округтарының иң яҡшы танк экипаждары араһында танк биатлоны буйынса финал ярыштарына эләгә. Был сара Мәскәү эргәһендәге Алабино ҡалаһында үтә. Биатлон ярышы өс ҡаршылыҡлы түңәрәкте һәм өс утлы сикте үҙ эсенә ала. Ярыш барышында экипаждар 20 километр оҙонлоҡтағы дистанцияны үтә, шул уҡ ваҡытта слалом (йылан) брод, ҡурған (текә күтәрелеш), колеялы күпер һәм эскарп кеүек бер нисә ҡаршылыҡты үтә. Бынан тыш, ярышта ҡатнашыусылар танк пушкаһынан, эре калибрлы пулеметтан, шулай уҡ танкыға ҡаршы идара ителеүсе ракета менән 1,6 мең метрҙан 2,5 мең метрға тиклем алыҫлыҡтан төрлө сәптәргә атырға тейеш була.
Ярышта “Т-72Б” танкылары ҡатнаша. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә экипаж хәрби техника менән яҡшы идара итә белеүен һәм юғары әхлаҡи-эшлекле сифаттарға эйә икәнлеген күрһәтә.
Айырым йомғаҡтар буйынса яҡташыбыҙ, механик-водитель, кесе сержант Илшат Аллаяров һәм Көньяҡ хәрби округының 205-се айырым мотоуҡсылар бригадаһы экипажы икенсе урынды яулай. Яҡшы күрһәткестәре өсөн “Рособоронэкспорт” вәкилдәре экипажға “Лада-Калина” автомобилдәре бүләк итә. Экипаж финишҡа лидерҙан 2 минутҡа ғына һуңыраҡ килеп етә.
Һалдат булған – тормошто күргән, студент булған – йәшлекте күргән, тиҙәр. Илшат та армияла ысын тормош мәктәбен үттем, тип иҫәпләй. Әлеге ваҡытта ул Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтендә коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегендә баш белгес булып эшләй. Армияла хеҙмәт итеү ваҡытынан алып 10 йыл ваҡыт үтһә лә, шинель кейгән саҡтарын кисә генә булғандай, хәтер һандығында һаҡлай.
2017 йылда Илшат Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Руфинаға өйләнә. Һөйөклө ҡатыны менән бер улға ғүмер биргәндәр. Ислам ысын батыр булып үҫеп килә, атаһы кеүек үк ул да техника менән ҡыҙыҡһына. Уның өсөн атаһы ҙур өлгө булып тора.
Яҡташтарыбыҙ элек-электән яугир рухлы ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәгән. Беҙҙең арабыҙҙа геройыбыҙ Илшат Илдус улы кеүек ысын ил һаҡлаусылары булыуын белеү бик ҡыуаныслы.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: