Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
20 Ноябрь 2023, 15:35

Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ

Контракт буйынса барған егет башҡа төрлө ҡушамат эҙләп тормай:  бала саҡтан бирелгәнен һайлай.

Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ

 “Шәкүр” позывнойлы яугирҙың сабыйҙарҙыҡы кеүек саф күҙҙәренә ҡарап, махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайтҡан, тип әйтерлек тә түгел. Егет башҡа төрлө ҡушамат эҙләп тормай:  бала саҡта дуҫтар биргәнен һайлай. “Мобилизация башланғас та, яуға барырға ниәт иттем, башта медицина күҙәтеүе бик ҡәтғи булды, тәүҙән алманылар.  Мөмкинлек булыу менән пехотасылар сафына яҙылдым”, - ти ул. Әсәһе Зөлфиә Фәһим ҡыҙын борсомаҫ өсөн, вахта буйынса эшкә йыйындым, тип алдай. Өйләнмәгән, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп өлгөрмәгән ханымдың  йөрәге илай, әлбиттә. Дөрөҫлөк беҙҙең яҡта икәнлеген аңлап яуға ынтылған егетте тотоп буламы һуң! Әле ул госпиталдә бер аҙ дауаланғандан һуң атай-әсәй йортона ҡайтҡан. “Илһөйәрлек тойғоһо әсә һөтө, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте менән биреләлер, тип уйлайым. Партизан ауыл биләмәһенән махсус хәрби операция зонаһына 18 ир-егет юлланған, шуларҙың 7-һе - үҙ ирке менән, 11-е - мобилизация буйынса китте”, - ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Любишева.

Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: