ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ирекмәндәрҙең кешелеклелеге, изгелегенә рәхмәт!

“Әсәй, барыһы ла яҡшы. Ҡайғырма”. - Телефондан һөйләшкәндә шундай ғына һүҙҙәр менән тынысландыра взвод командиры урынбаҫары ҡәҙерле әсәкәйен.

Ирекмәндәрҙең кешелеклелеге, изгелегенә рәхмәт!
Ирекмәндәрҙең кешелеклелеге, изгелегенә рәхмәт!

Элекке типография бинаһында һәр көн  эш ҡайнай: илдәге хәлдәргә битараф булмаған хаҡлы ялдағы яҡташтар махсус хәрби операция өсөн маскировка селтәре үрергә көн дә килә, кемдер шәм, кемдер госпиталь өсөн кәрәк-яраҡ килтерә, ғөмүмән, цехтың тынып торған ваҡытын күрмәҫһең.  “Ошонда килеп кенә, бер аҙ күҙ асылды, өйҙә ултырһам, аҡылдан яҙыр инем. Беҙ, улдарын алғы һыҙыҡҡа ебәргән өс әсә, ирекмәндәр менән бергә   еңеү көнөн яҡынайтырға ҡулдан килгәнсә үҙ көсөбөҙҙө  индерәбеҙ”, - ти улын яуҙан көткән Рәсимә Сәлишева. Октябрь айында МХО биләмәһенә юлланған улы яраланып госпиталдә ятып сыҡҡан. “Әсәй, барыһы ла яҡшы. Ҡайғырма”. - Телефондан һөйләшкәндә шундай ғына һүҙҙәр менән тынысландыра взвод командиры урынбаҫары ҡәҙерле әсәкәйен. Илһөйәр Баһауетдинованың да улы 2022 йылдың сентябренән яуҙа, бер тапҡыр ялға ҡайтып киткән.  Клавдия Кальянованың да бер бөртөк кенә малайы ут эсендә. Уны ғаиләһе, балалары яуҙан еңеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ҡала предприятиеларында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙар улар менән бергә иңгә-иң тороп селтәр үрә, бер-береһенең күңелен йыуата. “Беҙ бергә, шул саҡта ғына ауырлыҡтарҙы ла кисереүе еңелерәк”, – ти әсәләр һәм яуҙа йөрөгәндәрҙең ата-әсәһен, яҡындарын “Көмөш ирекмәндәр” ойошмаһына саҡыра.

 

Ирекмәндәрҙең кешелеклелеге, изгелегенә рәхмәт!
Ирекмәндәрҙең кешелеклелеге, изгелегенә рәхмәт!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: