+15 °С
Ясна
1945 йылдың 15 мартында, 18 йәше тулыр-тулмаҫ егеткә, һуғышҡа саҡырыу ҡағыҙы килә. Танк ғәскәренә эләккән һалдатты Свердловск өлкәһенә уҡырға, аҙаҡ эшелон менән Польшаға ебәрәләр. Ете йыл хеҙмәт итергә тура килә Хәлит Насибулла улына. “Германияны еңгән өсөн”, “Совет Армияһы һәм флотына - 30 йыл” миҙалы менән бүләкләнгән.