ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыштың дәһшәтле йылдарын улар әле лә иҫләй

Дарьино ауылында ғүмер кисергән Михаил Яковлевич Торгашов - һуғыш осоро балаһы.

Һуғыштың дәһшәтле йылдарын улар әле лә иҫләй
Һуғыштың дәһшәтле йылдарын улар әле лә иҫләй

Ғаилә башлығына 6 йәш тулған көндө һуғыш башлана. Ете класс белем алғандан һуң, 1953 йылда әрме сафына алына. Танк училищеһын тамамлағас, Венгрияла хеҙмәт итергә ебәрелә. Баш күтәреүселәр менән бәрелеш һалдаттың хеҙмәт иткән ваҡытына тура килә. “Дебрецен ҡалаһында беҙҙең механизацияланған полктан ғына 800 һалдат башын һалды”, - тип иҫләй үҙенең хеҙмәт йылдарын Михаил Яковлевич.

Өс йыл ярым хеҙмәт итеп ҡайта танкист Михаил Торгашов. Уның хеҙмәте юғары баһалана: “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән наградлана.

Һуғыштың дәһшәтле йылдарын улар әле лә иҫләй
Һуғыштың дәһшәтле йылдарын улар әле лә иҫләй
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: