ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

БӨЙӨК ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫ

Беҙгә тыныс тормош, азатлыҡ, яҡты һәм бәхетле киләсәк бүләк иткән, яуыз дошман менән аяуһыҙ көрәштә еңеп, Тыуған иленә иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡандарҙың да, яу ҡырында башын һалғандарҙың ҙа исем-шәрифе, күрһәткән батырлығы онотолмай. 

БӨЙӨК ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫ
БӨЙӨК ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫ

Беҙгә тыныс тормош, азатлыҡ, яҡты һәм бәхетле киләсәк бүләк иткән, яуыз дошман менән аяуһыҙ көрәштә еңеп, Тыуған иленә иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡандарҙың да, яу ҡырында башын һалғандарҙың ҙа исем-шәрифе, күрһәткән батырлығы онотолмай. Ҡыҙғанысҡа күрә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны, йылдан-йыл кәмей. Бөгөн беҙҙең арала булғандары балалары, яҡындары ҡарамағында ғүмер кисерә.

Нөгөш ауылында йәшәгән Иван Марфин былтыр көҙ ҡалаға күскән. Бөгөн Иван Николаевич ҡыҙы Нина һәм ейәнсәре Ольга тәрбиәһендә.

- Атайым үҙ аңында, фатирҙа яйлап ҡына булһа ла хәрәкәтләнә. Элек телевизорҙан яңылыҡтар тапшырыуын ҡарарға яратты, хәҙер ҡарамай инде, - ти Нина Ивановна.

1924 йылғы ветеранға 4 ноябрҙә 100 йәш туласаҡ. Уға олуғ ғүмер байрамын ҡаршы алырға яҙһын!

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: