ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Киләсәгең яҡты һәм бәхетле булһын ине, «Сквинт»!

Һөйләшеү барышында яугир тыуған яҡтан гуманитар ярҙам алған саҡтарын хәтерләне. Балаларҙың яҙған хаттарын уҡығанда барлыҡҡа килгән күңел кисерештәрен аңлатҡан сағында, ул, әйтерһең, шул мәлдәргә ҡабаттан әйләнеп ҡайтты.

- 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильм ҡарағанда, китаптан әҫәр уҡығанда, һалдаттарҙың өйҙән алған хаттарын уҡып ултырғанын күрә торғайныҡ. Шул саҡта был мәлдәр алыҫ үткәндә, тарихта тороп ҡалған да, башҡа бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаҫ кеүек ине. Яуҙа, тыуған яҡтан килгән һәр хат-хәбәрҙе ҡулға алған саҡта, баштан шундай уйҙар үтте. Бигерәк тә балалар яҙған һүҙҙәр күңелгә үтеп инә, сөнки саф, эскерһеҙ заттар һалдатҡа күңелендәге иң йылы хистәрен юллай. Кемгәлер төбәп яҙмаһа ла, ҡағыҙ битендәге юлдарҙы уҡып, сабыйҙың ил һағындағы һәр кемде яҡын кешеһеләй тойоуын аңлайһың. Күмәк көс менән йыйылған гуманитар ярҙам, сәләм хаттары алған саҡта, ил халҡының берҙәмлеген һәм татыулығын күреп, ғорурлыҡ тойғоһо уяна, яуға кем һәм нимә өсөн күтәрелгәнеңде яҡшы беләһең, - ти һалдат.

Үҙ һаулығына ярайһы ҙур зыян килһә лә, яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыуына үкенмәй. Бына шундай ҡаһарман заттан бит ул беҙҙең илдең ир-егеттәре!

Бөгөн яугир һаулығын нығытыу менән шөғөлләнә, кәрәкле документтар юллау менән мәшғүл. Ул был эштә ярҙам күрһәткән урындағы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды социаль координаторҙарына рәхмәтле.

Беҙ ҙә артабан уның менән бәйләнештә булырға һөйләшеп хушлаштыҡ. Киләсәгең яҡты һәм бәхетле булһын ине, «Сквинт»!

(Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең киләһе һанында баҫыла.)

Фото шәхси архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: