Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ҺАЛДАТТАР МӘСЕТ ТӨҘӨГӘН

Тулыраҡ: 

ҺАЛДАТТАР МӘСЕТ ТӨҘӨГӘН
ҺАЛДАТТАР МӘСЕТ ТӨҘӨГӘН

Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ көсө менән мәсет төҙөгән.

Донецк Халыҡ Республикаһында Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре төҙөгән яңы мәсет асылды. Мәсет Донецк Халыҡ Республикаһының азат ителгән ауылдарының береһендә урынлашҡан.

Яҡташтарыбыҙ мосолмандарҙың иман йортона армия йондоҙҙары хөрмәтенә «Йондоҙ-рахман» исемен биргән. Мәсет хәрбиҙәр үҙҙәре йыйған аҡсаға һалынған. Төҙөлөш эштәре хеҙмәттән буш ваҡытта алып барылған.

Мәсет асылған көндә яугирҙәр намаҙ уҡыған һәм байрамса төшкө аш ойошторған. Бында тәүгеләрҙән булып заданиенан ҡайтҡан «юлаевсылар», Ростов өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре һәм Донецк Халыҡ Республикаһының муниципаль берәмеге етәкселәре килгән.

Барығыҙға ла тыуған яҡҡа Еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/bashkortostanim

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: