Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!

Бөгөн, 24 июндә, мәләүездәр үҙенең батыр улы - Элдус Эрнст улы Хәсәновты һуңғы юлға оҙатты.

БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!

Бөгөн, 24 июндә, мәләүездәр үҙенең батыр улы -Элдус Эрнст улы Хәсәновты һуңғы юлға оҙатты. Матәм сараһында яугирҙең туғандары һәм яҡындары, хәрби дуҫтары, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары подполковник Олег Тройно, Федоровка районының Денискин ауыл Советы башлығы Рәсим Ғаффаров, ҡаланың 1-се мәктәбе вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Элдус Хәсәнов 1983 йылдың 3 апрелендә Таджикстан Республикаһының Турсунзада ҡалаһында тыуған. Мәләүездең 1-се мәктәбендә уҡый. 2016 йылда Һамар юридик институтын юриспруденция һөнәре буйынса тамамлай.

2002 йылдың декабренән 2010 йылдың февраленә тиклем РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. 2006 йылдың 31 майынан 2009 йылдың 19 майына тиклем Чечен Республикаһында хеҙмәт командировкаһында була. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы.

2010 йылдың июненән 2018 йылдың июленә тиклем ҡаланың 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһында эске хеҙмәт прапорщигы булып хеҙмәт итә. 2022 йылдың 22 сентябрендә контракт төҙөй һәм Миңлеғәли Шайморатов батальоны составында махсус хәрби операция зонаһына китә.

2024 йылдың 8 майында хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә, Донецк Халыҡ Республикаһының Бахмут районы Клещеевка ауылы өсөн алыштарҙа һәләк була.  Яугир "Ҡаһарманлыҡ өсөн ", Генерал Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булды, шулай уҡ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде (үлгәндән һуң).

Яугирҙең барлыҡ яҡындарының, бер туғаны Элдарҙың, ҡатыны Гөлназдың, улы Асҡарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. 

Илебеҙҙең һәм кешеләрҙең яҡты һәм тыныс киләсәге өсөн ғүмерен аямай көрәшкән ҡаһарман яҡташыбыҙҙың күрһәткән батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Ауыр тупрағың еңел булһын, Элдус!

Фотолар шәхси архивтан һәм авторҙыҡы.

БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
БӘХИЛ БУЛ, КЕСЕ СЕРЖАНТ!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: