Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Мәңгелек дан!

Бөгөн, 18 июндә, район-ҡала халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Максим Сусуев менән хушлашты. 

Мәңгелек дан!
Мәңгелек дан!

Бөгөн, 18 июндә, район-ҡала халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Максим Сусуев менән хушлашты. 

Матәм сараһында яугирҙең туғандары һәм яҡындары, хәрби дуҫтары, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары подполковник Олег Тройно, ҡаланың йәмәғәт ойошмалары, 1-се мәктәбе һәм күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы педагогтары һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Максим 1997 йылдың 19 февралендә Мәләүездә тыуған. 1-се мәктәптә, механика-технология техникумында төҙөүсегә уҡый. Һөнәре буйынса төрлө ойошмаларҙа эшләй.

2016-2017 йылдарҙа РФ Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт итә.

 2022 йылдың 16 октябрендә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 2024 йылдың 18 июнендә Донецк халыҡ Республикаһы биләмәһендә хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк була. Уның ҡаһарманлығы үҙе үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән баһалана. 

 Беҙ мәрхүмдең әсәһе Надежда Петровнаның һәм барләҡ яҡын кешеләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.Мәләүездең батыр улының ҡаһарманлығы тереләр хәтерендә йәшәр.

Автор фотолары.  

Мәңгелек дан!
Мәңгелек дан!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: