Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Өс дуҫ, ауылдаш һәм класташ. Иҫән йөрөгөҙ, егеттәр!

Ҡаһармандар осоро. Хызыр Ильяс юлдаш булһын һеҙгә!

РФ Президенты Владимир Путиндың запаста булмаған 18-30 йәшлек граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса указына ярашлы, яҙғы саҡырыу кампанияһы  1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. Рәсми документҡа ярашлы, бөтәһе 150 мең кешене хеҙмәткә алыу планлаштырыла.

Мәләүездәр  ҙур теләк менән һалдат хеҙмәтенә юллана. Улар үҙҙәренең хеҙмәт һәм ил һаҡлауға юғары әҙерлек кимәле менән айырыла. 23 июндә  Аптраҡтар өс дуҫ, класташ, ауылдаш -  Илвир Ғөбәйҙуллин, Радик Санников һәм Тимур Юлтимеровты  армия сафына оҙатты. Егеттәр махсус уҡыу йортон тамамлаған, әммә әлегә диплом алып өлгөрмәгән.

Яҡташтарыбыҙға еңел хеҙмәт, уңыш теләйбеҙ. Имен-һау тыуған яғыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

 

Өс дуҫ, ауылдаш һәм класташ. Иҫән йөрөгөҙ, егеттәр!
Өс дуҫ, ауылдаш һәм класташ. Иҫән йөрөгөҙ, егеттәр!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: