Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!

1 июлдә хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә.  

ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!

1 июлдә хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Был көндә беҙ төрлө йылдарҙа, донъяның төрлө төбәгендә барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе хөрмәтләйбеҙ. Шулай ук Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙҙы ла иҫкә алабыҙ.

Иҫтәлекле дата айҡанлы хәрби хәрәкәттәр ветерандары яугирҙәр батырлығына хөрмәт күрһәтеп, ҡаланың "Дан" бульварындағы һәйкәлдәргә сәскә һалды, мәрхүм булғандарҙы бер минут тынлыҡта иҫкә алды.  
Һәйкәл янына йыйылғандарҙы райондың "Хәрби туғанлыҡ" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Салауат Нурлыбаев сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.

Сара һәләк булғандар хөрмәтенә бер минут тынлыҡ һәм сәскә һалыу менән тамамланды. 

Беҙ барлыҡ ветерандарға ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм тыныс күк теләбеҙ. Ғаиләләрегеҙгә бәхет һәм тыныслыҡ юлдаш булһын.

Л.Хәйруллина фотолары. 

ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
ИҪӘН - ҺАУ БУЛЫҒЫҘ, ЕГЕТТӘР!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: