Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

"Рәсәй хәрбиҙәре өсөн ғорурмын!"

Мәләүездә тыуып үҫеп, белем алып, кәрәкле һөнәргә эйә булған яугир спорт менән шөғөлләнә. Уның ҡул көрәше һәм атыу буйынса разрядтары бар.

"Рәсәй хәрбиҙәре өсөн ғорурмын!"
"Рәсәй хәрбиҙәре өсөн ғорурмын!"

Мәләүездә тыуып үҫеп, белем алып, кәрәкле һөнәргә эйә булған «Яугир» спорт менән шөғөлләнә. Уның ҡул көрәше һәм атыу буйынса разрядтары бар. Рәсәй һәм республика кимәлендә уҙған төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай. Йәше еткәс, үҙ тиҫтерҙәре менән армияға алынып, Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп ҡайта. Әрменән һуң яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләй һәм уны башта үҙебеҙҙең республикала, һуңынан Төнъяҡ Кавказда дауам итә. Ике тапҡыр сәләмәтлегенә зыян килеп, дауаланыу курстары үтергә тура килһә лә, һайлаған юлынан баш тартыу уйы булмай. Ул Украиналағы махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китә, сөнки Тыуған илебеҙ һағындағы егеттәр менән бергә булыу теләге көслө була.

- Унда барғас, Рәсәй хәрбиҙәренең килеүен көтөп подвалдарҙа йәшенеп ултырған сабыйҙарҙы һәм оло йәштәге кешеләрҙе күреп тетрәнергә лә, беҙҙең һалдаттарҙың батырлығына һәм ҡыйыулығына һоҡланырға, яҡташтарым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә лә тура килде, - ти һалдат...

Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең алдағы һандарында донъя күрәсәк.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: