Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ

Бөгөн, 1 июлдә, район халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Александр Фидриковты һуңғы юлға оҙатты.

УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ
УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ

Бөгөн, 1 июлдә, район халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Александр Фидриковты һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу сараһында яугирҙең туғандары һәм яҡындары, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары подполковник Олег Тройно, ҡаланың 1-се мәктәбе вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Александр Фидриков 1973 йылдың 1 декабрендә Мәләүездә тыуған. Ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлаған. Унан һуң 39-сы һөнәри белем биреү училищеһына уҡырға инеп, 1992 йылда КиП слесаре һөнәренә эйә була.

1992 йылдан 1994 йылға тиклем РФ Ҡораллы көстәре сафында янғын һүндереүсе вазифаһында хәрби бурысын үтәй.

Уның хеҙмәт юлы ҡаланың кирбес заводына, «Урал» комплексына бәйле була.

Александр Игоревич 2023 йылдың 27 сентябрендә контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға китә. 2023 йылдың 19 октябрендә Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк була.

Мәңгелек дан һиңә, яугир!

Автор фотолары. 

УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ
УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ
УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ
УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ
УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ
УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ
УЛ ТЫНЫСЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТЕ
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: