Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Утын-һыуын кисә ир-егет...

Ун һигеҙ йәшлек егет, ул ваҡытта, әлбиттә, Афғандың утлы ғәрәсәтенә барып инәсәген күҙ алдына ла килтермәй.

Утын-һыуын кисә ир-егет...
Утын-һыуын кисә ир-егет...

Бала сағынан һалдат булыу хаҡында хыялланып, иптәштәре менән «атыш» уйнап үҫкән Федоровка районының Ҡораласыҡ ауылы егете Ринат Ниғмәтуллин армияға 1987 йылда алына. Ун һигеҙ йәшлек егет, ул ваҡытта, әлбиттә, Афғандың утлы ғәрәсәтенә барып инәсәген күҙ алдына ла килтермәй. Фдоровка районы хәрби комиссариатынан Германияға тип ебәрелгән буласаҡ һалдат, башта Ырымбурға, унан Ташкентҡа оса. Термезда биш ай һалдат мәктәбе үткәндән һуң, уның хәрби юлы Афғанстанға барып тоташа.

- Самолет менән Шинданд ҡалаһына килеп төштөк. Унда бәйләнеш буйынса артиллерия полкына эләктем. Ике ай хәрби әҙерлек үткәндән һуң, Яңы йыл алдынан тәүге хәрби задание буйынса киттем. Уны үткәс, команда-штаб машинаһына ултырттылар. Артабан бронетранспортерҙа хеҙмәт иттем. Полк командирын йөрөтә торғайныҡ, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Ринат Өлфәт улы.

Радиостанция начальнигы булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ бөтәһе ун өс хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. Әйтеү генә еңел, ул ваҡытта һалдаттарға ни бары ун һигеҙ-ун туғыҙ, күп тигәндә, егерме йәш кенә була!

- Унда спорт менән дуҫлыҡ ярҙам итте. Ауыл егеттәре физик яҡтан да, рухи яҡтан да ныҡ, сыҙам булыуы менән айырылып торҙо, - тип хәтерләй әңгәмәсем...

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 26-сы һанында уҡығыҙ.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: