Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Иң яҡшы егеттәр китә...

5 июлдә ҡала мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы рядовой Орлов Сергей Сергеевич менән хушлашыу митингы уҙҙы.

Иң яҡшы егеттәр китә...
Иң яҡшы егеттәр китә...

5 июлдә ҡала мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы рядовой Орлов Сергей Сергеевич менән хушлашыу митингы уҙҙы.

Хушлашыу сараһында батыр яугирҙең туғандары һәм яҡындары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары подполковник Олег Тройно, башҡа рәсми кешеләр, ҡала һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Сергей Орлов 1988 йылдың 8 июлендә Ырымбур өлкәһе Аҡбүләк районы Сагарчин ауылында тыуған.

Мәктәпте тамамлағандан һуң 2007 йылда Ырымбур өлкәһе Октябрьский училищеһына зоотехник һөнәре буйынса белем ала. Шулай уҡ 2003 йылда Ырымбур дәүләт университетын 3 курсын тамамлай.

2007 йылдың 22 июненән 2008 йылдың 18 ғинуарына тиклем РФ Ҡораллы көстәре сафында уҡсы вазифаһында хеҙмәтен үтәй.

Быйыл 11 февралдә хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итеү өсөн бер йыллыҡ контракт төҙөй һәм 13 июнь Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында батырҙарса һәләк була.   

Һалдат Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң). Батыр яугирҙең ҡатыны, балалары – өс улы һәм ҡыҙы ҡалды. Беҙ Сергей Сергеевич Орловтың туғандарының, яҡындарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.Тыныс ятһын батыр һалдат. 

Иң яҡшы егеттәр китә...
Иң яҡшы егеттәр китә...
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: