Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ТИҘЕРӘК ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ!

Ауыл - уның күңеле тыныслыҡ тапҡан берҙән-бер урын. Үҙ теләге менән яуға киткән яугир «тегендә» лә урман ситенә һыйынып ҡына ултырған өйөн, яратҡан ғаиләһен һағынып йәшәй.

ТИҘЕРӘК ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ!
ТИҘЕРӘК ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТЫҒЫҘ!

Ауыл - уның күңеле тыныслыҡ тапҡан берҙән-бер урын. Үҙ теләге менән яуға киткән яугир «тегендә» лә урман ситенә һыйынып ҡына ултырған өйөн, яратҡан ғаиләһен һағынып йәшәй.

Иркен, күркәм йорттоң аш бүлмәһендә уңған хужабикә ризыҡ хәстәрләй, ә үҙенең ике күҙе өҫтәлдә ятҡан телефонында: «Бөгөн шылтыратырға тейеш ине...». Мейестән яңы ғына сыҡҡан, тышҡа уҡ таралған тәмле икмәк еҫен еҫкәй-еҫкәй, ғаиләлә ваҡытлыса атай урынын алмаштырып торған улдары ҡайтып инә...

Был парҙың мөхәббәт тарихы 1991 йылда башлана. Улар кондитер цехында таныша. Ҡулына тәмәке тотоп килеп ингән водителде тәм-том бешереүсе ҡыҙ уҫал ғына итеп: «Бында тартырға ярамай!» тип тыйып ҡуя. Ике йәш йөрәктең һөйөү тарихы тап шул мәлдә башлана...

Татыу һәм ныҡ була уларҙың ҡорған ғаиләһе. Газ буйынса белгес, водитель һөнәрҙәренә эйә ғаилә башлығы һәр ваҡыт тиерлек ҡырҙа эшләй. Тырышып ҙур йорт һалып, ҡура тулы мал аҫрап, баҡса үҫтереп донъя нығытып алалар. 1994 йылда өй туйлайҙар.

Айырым зауыҡ менән йыйыштырылған йортта һәр нәмә үҙ урынында. Түрбашты өй хужаларының бәхетле мәлдәрен һаҡлаған фоторәсемдәр биҙәй. Тыныс һәм һил тормош шулай дауам итер ҙә итер кеүек... 

Көндәрҙән-бер көндө ғаилә башлығының үҙ теләге менән яуға йыйыныуы хаҡында хәбәр итә...

Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең киләһе һандарының береһендә баҫыласаҡ.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: