Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ИҪӘН ҠАЙТ, КӨСЛӨ ЗАТ!

56 йәшлек яугир яҡындарын йыйып хушлашып, мотлаҡ иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә биреп, махсус хәрби операцияға юллана.

ИҪӘН ҠАЙТ, КӨСЛӨ ЗАТ!
ИҪӘН ҠАЙТ, КӨСЛӨ ЗАТ!

56 йәшлек яугир яҡындарын йыйып хушлашып, мотлаҡ иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә биреп, махсус хәрби операцияға юллана.

...Өҫтәл өҫтөндә ятҡан телефон тауыш биреү менән,  хужабикә төпкө бүлмәгә ташланды: «Әйттем бит, бөгөн шылтыратырға тейеш ине ул!». Үҙе һөйләшеп бөткәс, Башҡортостан менән Украинаны бәйләп тотоусы «кәрәҙле бәйләнеш»те ҡулыбыҙға тотторҙо. Беҙгә лә яугир менән һөйләшеү бәхете тәтене.

- Армияла танкист булып хеҙмәт иткәйнем. Бында миномет батареяһындамын. Мин өсөнсө доброволецтар батальонына эләктем. Башҡортостан егеттәре менән бергәбеҙ. Төрлөбөҙ төрлө йәштә, минән күпкә йәшерәктәр ҙә, ололар ҙа бар. Фронт юлдарын «Урал» машинаһында үтәм, - тине һалдат.

Ҡыҫҡа ғына һөйләшеүебеҙ ошо урында өҙөлдө.

Ирем яҡшы кеше. Ҡыҙыбыҙ, улыбыҙ өсөн хәстәрлекле, изге күңелле атай, кейәүебеҙ өсөн яҡшы ҡайны, ейәнсәребеҙ өсөн яратҡан ҡартатай. Беҙ барыбыҙ ҙа уның менән ғорурланабыҙ һәм түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Бер ай элек ейәнебеҙ тыуҙы.  Бәләкәсебеҙгә ҡартатайлы булып үҫергә яҙһын, - тип оҙатып ҡалды яугир ҡатыны.

...Оҙаҡламай йәмле йәйгә алмашҡа алтын көҙ килер. Һуңғы йылдарҙа күптәребеҙ айҙы - ай, миҙгелде миҙгел алмаштырыуын көтөп йәшәй, сөнки уларҙың һәр яңыһы яҡшы хәбәр алып килер төҫлө. Бөгөн һәр ҡайһыбыҙ «Булды. Бөттө. Ҡайтабыҙ» тигән һүҙҙе ишетеү хаҡында хыялланып йәшәй.  

Беҙ ҙә был йорттан изге теләк теләп сыҡтыҡ: «Донъя терәге булған көслө зат иҫән-имен генә әйләнеп ҡайтһын!»

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: