Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Яуҙан ебәрелгән Рәхмәт хаттары тапшырылды

Ирекмән Юрий Тукмаков МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар йөктө алып барғанда ирекмәндәргә “Бүре” ҡушаматлы танкист Рәхмәт  хаты тапшырған.

Яуҙан ебәрелгән Рәхмәт хаттары тапшырылды
Яуҙан ебәрелгән Рәхмәт хаттары тапшырылды

Хәрби частың танк батальоны командованиеһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәр хәрәкәте активисы Юрий Тукмаковҡа, Мәләүез ҡалаһы танк ғәскәрҙәре ойошмаһына (етәксеһе Фәнис Бикташев), “Йөрәк саҡырыуы буйынса” волонтерҙар хәрәкәтенә (етәксеһе Ирина Сычкова, Елена Давыдова), Төнъяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандарҙың “Батальон”  йәмәғәт ойошмаһына (рәйес вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рим Вәлиуллин), үҙәк баҙар директоры Марат Вәлиевҡа Рәхмәт хаты ебәргән. “Һеҙҙең гражданлыҡ позицияғыҙ, һиҙгер мөнәсәбәт, дөйөм эшкә яуаплы һәм дәүләт ҡарашы һәр хәрби хеҙмәткәрҙең әхлаҡи-психологик торошона ыңғай йоғонто яһай, хәрби рухты күтәреүгә булышлыҡ итә һәм еңеүгә ышанысты нығыта. Яугирҙәрҙең яҙмышына битараф булмағанығыҙ, фиҙаҡәр ярҙамығыҙ өсөн бик рәхмәтлебеҙ, беҙ уны бер ҡасан да онотмайбыҙ . Ярҙамығыҙ һәм хәстәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт”,  - тигән һүҙҙәр яҙылған унда.

Цехта эшләгән ирекмәндәргә Рәхмәт хаттарын Фәнис Бикташев тапшырҙы. “Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡандар менән һеҙҙең янға килеп торабыҙ. Станокта үрелгән селтәрҙе дрондар айыра, ҡул менән үрелгәнен таба алмай. Һеҙ үргән селтәр тиҫтәләгән яугирҙең ғүмерен ҡотҡара”, – тине ул.  Ирекмәндәр  еңеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәген әйтеп, яугирҙәрҙең тыуған яҡҡа имен-аман ҡайтыуҙарын теләне. 

Яуҙан ебәрелгән Рәхмәт хаттары тапшырылды
Яуҙан ебәрелгән Рәхмәт хаттары тапшырылды
Яуҙан ебәрелгән Рәхмәт хаттары тапшырылды
Яуҙан ебәрелгән Рәхмәт хаттары тапшырылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: