Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Мәләүездәр махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Рәмил Ринат улы Хисамовты һуңғы юлға оҙатты

Ер-әсә лә ҡушылып иланы...

Мәләүездәр махсус хәрби операцияла батырҙарса  һәләк булған Рәмил Ринат улы Хисамовты  һуңғы юлға оҙатты
Мәләүездәр махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Рәмил Ринат улы Хисамовты һуңғы юлға оҙатты

Мәңгелек дан

Мәләүездәр махсус хәрби операцияла батырҙарса  һәләк булған Рәмил Ринат улы Хисамовты  һуңғы юлға оҙатты.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, класс етәксеһе Гөлнара Исмәғилева уның ғаиләһенә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Рәмил Хисамов  2002 йылдың 1 авгусында  донъяға килгән. Ҡаланың 3-сө гимназияһында  белем алғас,  нефть үткәргестәр һәм һаҡлағыстар төҙөү һәм файҙаланыу һөнәре буйынса Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инә.  2023 йылдың  ноябренә тиклем Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафында  механик-телефонсы булып хеҙмәт итә. 2024 йылда контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана.

Херсон өлкәһендә барған ҡаты яуҙарҙың береһендә рядовой Рәмил Хисамов батырҙарса һәләк була. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн ҡаһарманлыҡ ҡылған Мәләүез егете  батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Ата-әсәһенең, яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Үҙ ғүмерен илдең тыныслығы өсөн фиҙа ҡылған яугир тураһында иҫтәлек мәләүездәр күңелендә мәңгегә һаҡланасаҡ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: