Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Май 2023, 06:40

Доға йоғонтоһо

Доғаларҙың кеше организмына йоғонто­һон ғалимдар өйрәнә баш­лаған. Тикшеренеүҙәр Американың Төньяҡ Каролина штатындағы Герцог университетында алып барыла.

Доға йоғонтоһо
Доға йоғонтоһо

Доғаларҙың кеше организмына йоғонто­һон ғалимдар өйрәнә баш­лаған. Тикшеренеүҙәр Американың Төньяҡ Каролина штатындағы Герцог университетында алып барыла.
Ғалимдар йөрәк сире менән ауырыған 700 пациентҡа доға ҡылыу өсөн бер нисә дин әһелен саҡыра. Бер нисә көн табиптар был ауырыуҙарҙың хәл-торошон күҙәтә. Тиҙҙән профессор Митчел Крушофф һө­ҙөмтәләрҙе иғлан итә: доғалар ярҙамында һауығыу темпы яҡынса 93 процентҡа артҡан. Көйләп намаҙ уҡыу хатта психик ауырыуҙы ла тынысландыра ала, тигән фекерҙә медицина ғалимдары. Асыҡланыуынса, доға уҡыу ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә һәм диабет менән ауырыусыларға ярҙам итә. Ҡандағы холестерин кимәле кәмей һәм матдәләр алмашыныуы процесы көйләнә.
Доға ҡылған ваҡытта баш мейеһенең био­токтар ритмы тиҙлеген шул тиклем кә­метә, хатта аңдың дүртенсе торошо булыуы хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин. Был хәлдә мейе тулыһынса эшләүҙән туҡтай: уйлау, фекерләү һәләте юғала һәм аң кәүҙәнән тыш йәшәй башлай. Уяу ваҡытында оло кешенең баш мейеһендә альфа һәм бета-ритмдарҙың биотоктары 8-ҙән 30 герцҡа тиклем йышлыҡ менән өҫтөнлөк итә. Ә инде намаҙ уҡыған ваҡытта биотоктарҙың йышлылығының ритмы 3 герцҡа тиклем әкренәйә.
Нейрофизиология күҙлегенән ҡарағанда, доға ҡылыусы кешеләр балалыҡҡа ҡайтҡандай була. Доға уҡыған саҡта мейе нейрондары араһында патологик бәйләнеш юҡҡа сыға, сөнки кеше ауырыу тураһында уйлауҙан туҡтай, - ти доктор Слезин. - Ҡайһы бер осраҡта ул үлемесле ауырыуҙарҙы ла сәләмәтләндереүгә килтерә.

Доға йоғонтоһо
Доға йоғонтоһо
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: