Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
2 Ноябрь 2023, 11:45

Күҙ тейеү бар ул –һаҡланығыҙ!

Ғәләмәт донъя

Күҙ тейеү бар ул –һаҡланығыҙ!Күҙ тейеү бар ул –һаҡланығыҙ!
Күҙ тейеү бар ул –һаҡланығыҙ!

  - Уф, үҙ күҙҙәрем үҙемә тейә лә ҡуя, кисә генә быйыл аяғым һыҙламай әле тип йөрөһәм, иртән иртүк аяғымды саҡ-саҡ ҡыбырлатып атлап киттем, шуға һеҙҙе ҡаршы сығып та ала алманым, тағы өшкөрөлөп алмай булмаҫ, - тип ҡаршы алды беҙҙе ҡырҡ йылдар самаһы һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан инәйем.

- Шулайтҡан тей, егерме беренсе быуатта ла кеше күҙ тейеүгә ышанып ултырыр икән, - апайымдың яуабы инәйемә ишеттермәҫлек кенә булды.

 Кеше хәлен кеше белмәй үҙ башына төшмәһә, тиҙәрме әле, күҙ тейеүгә апайым ғына түгел, күптәр ышанмайҙыр ҙа ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы күҙ тейеү бар шул, был хаҡта дини китаптарҙа ла телгә алынған.

...Минән апаруҡ кесе ҡустым бәпес сағында ап-аҡ ҡына йөҙлө, беребеҙгә лә хас булмағанса аҡһыл һары сәсле, йәшкелт зәңгәр күҙле булды. Һөйкөмлө сабыйға өйгә килгән һәр береһе һоҡланып, тотоп яратырға тырыша торғайны.

Бер заман күҙе ҡаты тип “дан” алған Маня исемле мәрйә килеп инмәһенме! Әсәйем менән тел һындыра-һындыра берсә башҡортса, берсә урыҫса гәп һата-һата сәй эскән арала ҡустыма һоҡланып, нимәлер әйтә һалды, сығып киткән сағында башынан һыйпап, тупылдатып яратты. Ул сығып киткәс, күп тә үтмәне һин дә мин уйнап йөрөгән бала, күм-күк булып, артына ауҙы.

 Беҙ ҡурҡтыҡ, беҙҙән яман әсәй ҡурҡты, буғай. Бер аҙ ыуып-һыпырғас, ҡустым саҡ тын алып китте. Атай эштән ҡайтыу менән еккән атты туғарып та тормай, ҡустымды Аръяҡ урамында йәшәгән Шәмсениса инәйгә өшкөрөргә алып киттеләр.

- Уй, был балаға ҡалай ҡаты күҙле кешенең һоғо тейгән, - тип бик оҙаҡ өшкөргән инәй, аҙаҡ бетеү яҙып биргән. Ҡустым башҡаса беҙҙе ҡурҡытманы, әсәйем эш хаҡы алыу менән бик матур күлдәклек тауар алып барып, теге инәйҙе ризалатты.

 Атайым да, әсәйем дә теге Маня әбейгә “килмә, йөрөмә” тип әйтергә ҡыйманы... Бер килеүендә яңы тыуған һарыҡ бәрәсенә һоҡланды бит әй был мәрйә. Һин дә мин йөрөгән бәрәс, ышанаһығыҙмы-юҡмы, бер-ике көн дә үтмәне, күҙ алдында ятып үлде.

 Бынан һуң танышы килеү инеү менән әсәй беҙҙе йәһәтләп йә икенсе яҡҡа, йә тышҡа сығарып ебәрә һалыр булды.

...Ҡаты күҙле Маня әбей иҫәнмелер-юҡмылыр, байтаҡ йылдар күргән-ишеткән юҡ инде.

***

 Күҙ тейеүҙе, әйткәндәй, үҙемә лә татырға тура килде. Дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп алған улыбыҙ ысын баһадир булып тыуҙы. Ҡаҡса ғына кәүҙәле ҡатындың  биш килограмға яҡын ауырлыҡтағы ул таба алыуы дауахана хеҙмәткәрҙәрен аптыратты, буғай. Һәр хәлдә, палатам постың эргәһендә генә булғанлыҡтан, ярым асыҡ ишектән аҡ халатлыларҙың үҙем тураһында һөйләнгәндәрен 2-3 көн буйы тыңлап ятырға тура килде.  Өйгә ҡайтып бер аҙ торғас, тәнем буйлап энә йөрөгәндәй тойола башланы. Был “энә” йә сикәмдәге, йә ҡулдағы, берсә аяғымдағы, арҡамдағы ҡан тамырына тишерҙәй булып килеп төкәлә, хатта ауыртыныуҙан “һикереп” китәм. Ейәнен күрергә тип килеп еткән әсәйем “күҙ тейгәндер, өшкөрөлөп ҡара” тип әйтмәһә, белмәйем тағы күпме этләнер инем икән. Өшкөрөүҙәре шулай көслө булдымы, әллә ышаныу ярҙам иттеме – “әбей”гә барып ҡайтҡандан һуң теге “энә” ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:
Читайте нас