Иман
17 Ноября 2023, 03:00

Ҡөрьән аяттары һауыҡтыра

Американың Флорида штаты Панама ҡалаһынан ғалим Әхмәт әл Ҡаҙий ауырыуҙарҙы Ҡөрьән аяттары менән дауалауға тикшереү үткәрә. Бының өсөн ул ғәрәп телен белмәгән, Ҡөрьән тураһында бер нәмә ишетмәгән сирлеләрҙе һайлап ала.

Ҡөрьән аяттары һауыҡтыраҠөрьән аяттары һауыҡтыра
Ҡөрьән аяттары һауыҡтыра

Американың Флорида штаты Панама ҡалаһынан ғалим Әхмәт әл Ҡаҙий ауырыуҙарҙы Ҡөрьән аяттары менән дауалауға тикшереү үткәрә. Бының өсөн ул ғәрәп телен белмәгән, Ҡөрьән тураһында бер нәмә ишетмәгән сирлеләрҙе һайлап ала. Психикаһы ҡаҡшаған, йөрәк өйәнәгенән һәм башҡа шундай сирҙәрҙән йонсоған ауырыуҙарға тәүҙә Ҡөрьәндең ғәрәпсә тексын уҡыйҙар, унан уның йөкмәткеһен инглизсә аңлаталар. Аяттарҙың сирлеләргә тәьҫирен иң камил заманса приборҙар теркәп бара. һөҙөмтә шаҡ ҡатырғыс була - ауырыуҙарҙың 97 процентының йөрәк эшмәкәрлеге яҡшыра, температураһы нормаға инә, тән тиреһе сәләмәтләнә.

һуңғараҡ Голландиянан психолог, профессор Ван дер Ховен «Аллаһ» һүҙен ҡабатлауҙың, Ҡөрьән аяттары уҡыуҙың һаулыҡҡа файҙалы булыуын өс йыл буйы барған һынауҙар һөҙөмтәһендә иҫбатлай. Уның раҫлауынса, «Аллаһ» һүҙендәге һәр хәреф психикаһы ҡаҡшаған, аҡылына теге йәки был дәрәжәлә зәғифлек килгән кешеләрҙе һауыҡтырыуҙа ҙур роль уйнай икән. Тәүге «әлиф» өнө тын юлдары эшмәкәрлеген көйләй, «л» һулыш сығарыуҙы еңеләйтә, «һ» йөрәк менән үпкә бәйләнешен көсәйтә һәм йөрәк тибешен яйға һала.

Тәсбих тартыуҙың да шифаһы билдәле. Ул ҡаҡшаған нервы системаһын нығытырға, тулҡынланыуҙы еңергә, стрестан ҡотолорға ярҙам итә.

Ҡөрьән аяттары һауыҡтыра
Ҡөрьән аяттары һауыҡтыра
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас