Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
19 Ноября 2023, 03:16

Балағыҙ уҡырға киткәндә ошо доғаны уҡығыҙ

Рабби йәссир үә ләтүғассир рабби тәммим бил-хайри.Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Еңеләйт, ауырайтма. Башлаған эшемде хәйерле итеп тамамла!

Ошо доғаларҙы ла ятлап алығыҙ һәм гел уҡығыҙ:Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.

Асыу килгәндә уҡый торған доға
Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.

Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау
Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ.

Балағыҙ уҡырға киткәндә ошо доғаны уҡығыҙ
Балағыҙ уҡырға киткәндә ошо доғаны уҡығыҙ
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас