ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Декабрь 2023, 08:41

Доға көсө

Өс бала тимер юл буйлап барғанда ажғырып килгән ике поезд уртаһында ҡалған. Ситтән ҡарап тороусылар: “Былар өсөһө лә үлгәндер инде", - тип уйлаған. Әммә уларҙың өсәүһе лә иҫән була.

Балалар янында йөрөгән шайтандар үҙ-ара бәхәсләшә башлай:

- Һин ниңә беренсеһен поезд аҫтына ырғытманың?

- Ул бит иртән намаҙ уҡып, доға ҡыла, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай!

- Ә һин ниңә икенсеһен ырғытманың?

- Ул бит юлға сығыр алдынан "Аятел Көрси"ҙе өс тапҡыр уҡый. Тейеп булмай уға!

- Ә өсөнсөһөн? Ул бит Аллаға ышанмай!

- Шулайын шулай ҙа... Тик өйҙән сығып киткәндә уны әсәһе: "Иҫән - һау йөрөп ҡайт балам, Аллаһы Тәғәлә ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн үҙеңде!"- тип, доға уҡып оҙатып ҡалды. Бар, тейеп ҡара һин уға! - тигән.

Был фәһемле риүәйәт христиан халҡында ла бар. “Сила Креста” тип атала ул. Тик унда өс бала урынына ҡыҙҙар фажиғә алдында тора. Әммә был хикмәтле хикәйәт ниндәй халыҡтыҡына булыуына ҡарамаҫтан, фәһем алырлыҡ, шулай бит!?

Беҙ ҙә балаларыбыҙҙы һәр ваҡыт матур теләктәр теләп, доғалар уҡып оҙатып ҡалайыҡ, дуҫтар. Уларҙың барыһына ла сыҡҡан юлдарынан имен- аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Доға көсө
Доға көсө
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: