ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Февраль , 12:25

Шөкөр ҡылам

Аллаһыма шөкөр ҡылам –Иҫәнлек биргәненә,Аяҡтарым йөрөгәнгә,Күҙҙәрем күргәненә.

Шөкөр ҡылам
Шөкөр ҡылам

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Иҫәнлек биргәненә,
Аяҡтарым йөрөгәнгә,
Күҙҙәрем күргәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Биргән ниғмәттәренә,
Аяттарҙы ятлар өсөн
Зиһендәр биргәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Яҡты көн биргәненә.
Күктән ямғырҙар яуҙырып,
Иген үҫтергәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Ҡараңғы төндәренә.
Намаҙҙарҙы уҡыр өсөн
Ярҙамын биргәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Ураҙа биргәненә.
“Бәндәләрҙең гонаһтарын
Ярлыҡайым”, — тигәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Аҡ ҡарлы ҡыштарына.
Йәйге матур ал таңдарҙа
Һайраған ҡоштарына.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Сабырлыҡ биргәненә.
“Түҙемлектең сауаптарын
Ҡайтарам”, — тигәненә.

Аллаһыма шөкөр ҡылам –
Иманға килгәнемә.
Намаҙ уҡып, ярҙамына
Гел өмөт иткәнемә.

Райхана Ғилемханова.

Лена Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: