Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
1 Апрель 2024, 06:25

Лә иләһә илләллаһ!

Һыҙылып ҡыҙыл таң ата,Яңы көн тыуа.Дан таңдың хужаһына –Лә иләһә илләллаһ!

Лә иләһә илләллаһ!Лә иләһә илләллаһ!
Лә иләһә илләллаһ!

Һыҙылып ҡыҙыл таң ата,
Яңы көн тыуа.
Дан таңдың хужаһына –
Лә иләһә илләллаһ!

Күк күкрәй, ямғыр яуғанда
Ниндәй саф һауа.
Кем һуң ямғыр яуҙырыусы?
Лә иләһә илләллаһ!

Ямғырҙан һуң бар йәшеллек
Һыуға туйынып ҡала.
Һәр бер япраҡ зикер әйтә:
Лә иләһә илләллаһ!

Болот ҡаса, ҡояш сыға,
Нуры менән ерҙе ҡоса,
Ҡоштар һайрай, йәйғор балҡый,
Күбәләктәре оса...

Бар тереклек маҡтай Уны,
Бар тереклек данлай Уны,
Бар тереклек паклай Уны.
Унан башҡа илаһ бармы?
Лә иләһә илләллаһ!

Шул матурлыҡ араһында,
Йәшәй әҙәм балаһы.
Тик ниңәлер иҫкә алмай
Аллаһын...

Зәңгәр күктән төшөп ҡояш,
Ҡыҙыл офоҡҡа сума...
Иҫкә ал, кеше, Раббыңды,
Лә иләһә илләллаһ!

Булат Кәримов.

Фото архивтан.

Шиғыр ошо төркөмдән алынды: https://vk.com/club117232652

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас