Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
4 Апрель 2024, 10:35

Ә ҺЕҘ?!

"Намаҙ уҡып йөрөгән була,гонаһлы икәнен белмәйҙәрти микән ни?..."

Ә ҺЕҘ?!Ә ҺЕҘ?!
Ә ҺЕҘ?!

Ишетергә теләһәгеҙ:
Бик күп минең гонаһтарым,
Иҫәпләргә бармаҡ түгел,
Етмәҫ хатта ҡоластарың.

Бәндәселек менән ҡылған,
Хата менән ҡылғаны бар,
Кеше булып яратылғас,
Кем гонаһһыҙ торғаны бар?!

Тел гонаһы, күҙ гонаһы,
Нәфсем дә шул йыраҡ түгел,
Мин дә Әҙәм балаһы бит,
Күктән төшкән ҡунаҡ түгел,

Фәрештәләр теркәй бара
Уңымдағын, һулымдағын...
Гонаһтарым бик күп минең —
Шуға Аллаһ юлындамын.

Гонаһтарым бик күп минең:
Ҡайһы ямаҡ, ҡайһы йәмһеҙ...
Улар өсөн тәүбә итәм.
Тәүбә итәм, дуҫтар!
Ә Һеҙ?!

Зөлфиә ХАННАНОВА.

Л.Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас