Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
12 Апрель 2024, 01:45

Мосолман әҙәбе

Һәр нәмәнең әҙәбе булған кеүек, ашау-эсеүҙең дә үҙ тәртибе, үҙ әҙәбе бар.

Мосолман әҙәбеМосолман әҙәбе
Мосолман әҙәбе

Һәр нәмәнең әҙәбе булған кеүек, ашау-эсеүҙең дә үҙ тәртибе, үҙ әҙәбе бар. Бешергәндә: «Эй Раббым, был ризыҡ бәрәкәтле, шифалы булһын, уны ашаусыларға иҫәнлек һаулыҡ, тулы иман бир!» — тип, изге теләктәр, яҡшы уйҙар менән әҙерләнгән ризыҡ уны ашаусыларға ла сихәт бирәсәк. Доға менән бешерелгән ризыҡ шифалы була. Ашаған ризығыбыҙ ҡанға һеңә, унан иманыбыҙҙы арттыра һәм ғилем-ғибәҙәт менән нурға әйләнә. Өҫтәлебеҙгә ҡуйылған ризыҡтың һәр береһе өсөн шөкөр ҡылып, ҡәнәғәт ашау тейешле. Аллаһтың илсеһе иҫерткес эсемлек булған өҫтәл артында ултырыуҙы һәм ҡорһаҡҡа ятып йәки терәлеп ултырып ашауҙы тыйған.
Ашай башлар алдынан: «Бис­милләәһир-­рахмәәнир-рахиим. Аллаһүммә! Бәәрик ләнәә фи­и­­һи үә әтғыймнәә хайран минһү», - тип доға уҡыла. Мәғәнәһе: "Эй Аллаһым! Беҙгә был ризыҡты бәрәкәтле ҡыл һәм унан яҡшырағын ашарға насип ит!»
Ашап бөтөргәс: «Бисмиллә­әһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәм­дүлилләәһ. Әлхәм­дү­ли­лләәһ. Әлхәмдулилләһи­ллә­зии әтъ­­­ғәмәнәә үә са­­ҡа­анәә үә жәғәләнәә ми­нәл-­мүслимиин», - тип доға ҡылырға. Мәғәнәһе: «Маҡтау-шөкөрҙәр Аллаһҡа булһын! Ул беҙҙе ашатты, эсерҙе һәм мосолмандарҙан ҡылды».
Дини календарҙан.

Мосолман әҙәбе
Мосолман әҙәбе
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас