Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
26 Апрель 2024, 01:45

Нәсихәт

Ғабдулла ибн Ғәббәс: «Аҡыллы әҙәм әйтер һүҙен алдан уйлап, үлсәп ҡарағандан һуң ғына һөйләр».

НәсихәтНәсихәт
Нәсихәт

Ғабдулла ибн Ғәббәс: «Аҡыллы әҙәм әйтер һүҙен алдан уйлап, үлсәп ҡарағандан һуң ғына һөйләр».
«Иптәштәрең үҙеңдән ҡәнәғәт булһын тип тырышыу - холоҡтоң иң күркәме».
«Бер мосолмандың үҙ ҡәрҙәшенә булған хөрмәте Аллаһ ҡаршыһында Ҡәғбә-и-Шә­рифкә булған хөрмәттән олораҡ».
«Әҙәмдәрҙең камил аҡыллы булғаны — ауыр ваҡыттарҙа сабыр итә белгәне».
«Кисәләрҙе ғилем эстәп үткәреү — уларҙы ғибәҙәт менән үткәреүҙән яҡшыраҡ».
Бер кеше Ибн Ғәббәс хозурына килеп, нимә өсөндөр уға асыулана һәм әрләй башлағас, ул хеҙмәтсеһен саҡырып ала: «Был бәндәнең беҙҙә берәр хәжәте булһа - үтәрбеҙ. Әммә әшәкелеге өсөн яуап табып тормабыҙ», - ти.
Икенсе берәү килеп, ахмаҡтарса хата һүҙҙәрҙе бик күп һөйләгәс, ул: «Әл-хәмдү-лил-ләһ. Йәнәбел Хаҡ хәҙрәттәре беҙҙе лә шул кеше көнөнә төшөрөп, ахмаҡ, үлсәү һәм сама белмәүсе итеп яралтмаған», — тип, Аллаға шөкөр итеп, саҙаҡа биреп ебәргән һәм бер ҡолон азат иткән.
Дини календарҙан.

Нәсихәт
Нәсихәт
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас